«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ял һәм байрам ғына түгел, ә өмә көндәре лә



08.04.2016 Ял һәм байрам ғына түгел, ә өмә көндәре лә

Ял һәм байрам ғына түгел, ә өмә көндәре ләМайҙа республика халҡын оҙайлы ял көндәре көтә

1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 май – Еңеү көнө – ял көндәре. Улар берәр көн генә түгел. 2016 йылда 1 май йәкшәмбегә тура килә. Шуға бәйле 1 майҙағы (йәкшәмбе) ял көнө 2 майға (дүшәмбе) күсерелә. 2 ғинуар­ҙағы (шәмбе) ял көнө 3 майға күсерелә, тип әллә ҡасан уҡ әйтелгәйне.
Шулай итеп 30 апрель, 1, 2, 3 һәм 7, 8, 9 май ял көндәре булып тора. Йомала – 29 апрелдә һәм 6 майҙа эш сәғәттәре ҡыҫҡартылмай.

P.S. Әпәт анау урталағы көндәр теш араһына ҡыҫылған ит һымаҡ тырпайып ҡалыр инде. Яңы йылда 10 көн буйы халыҡты нимә эшләтергә белмәй аҙҙыртҡансы, май байрамдарында каникул итһендәр ине...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға