«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Фажиғәгә нимә сәбәпсе? (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)



07.04.2016 Фажиғәгә нимә сәбәпсе? (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә күп фактор сәбәпсе. Быға РМБК-1000 атом реакторының конструкцияһы, идара итеү системаһы, хеҙмәтләндереүсе персоналдың хаталы эш итеүе – улар бик күп күп. Ә бына һөҙөмтәлә – кешелек донъяһындағы иң ҙур техноген һәләкәт.
Әйҙәгеҙ иптәштәр, ошо яҙмала авария алдынан булған хәлдәрҙе тасуирлайыҡ.
Алдан әйтәбеҙ - яҙма ентекле уҡыуҙы һәм аңлауҙы талап итә.

Ябайлап әйткәндә атом реакторы ул ҙур самауыр. РМБК – “Реактор большой мощности канальный” эсендә графит кирбестәр эсендә бер нисә уран яғыулыҡлы ТВЭЛ – йылылыҡ бүлеүсе элементлы ТВС – йылылыҡ бүлеүсе йыйылмалар урынлаша. Ядро яғыулығы каналдар эсенән торбаларҙа үткән һыуҙы ҡайната һәм парға әйләндерә. Пар иһә машзалда торған турбиналарҙы хәрәкәткә килтерә. Турбина вал менән генераторға тоташҡан. Генераторҙан иһә электр тогы етештерелә һәм трансформатор аша РУ (распределительные устройства) аша электр селтәренә тоташа – ҡулланыусыларға оҙатыла. ЧАЭС-та асыҡ бүлгес ҡоролмалар ОРУ 350, 750 кВ көсөргәнештә эшләгән.
1986 йылдың апрель аҙағында яңы ғына, 1984 йылда сафҡа индерелгән 4-се энергоблокта ППР – планлы-иҫкәүтеү ремонты үткәрергә ҡарар ҡабул итәләр. Ғәҙәттә был мәлдә ҡоролмалар регламентҡа ярашлы һәм айырым программарға ярашлы һынала. Шуларҙың береһе булып турбогенератор роторының өйрөлөү режимын тикшереү булып торған.
Был режим мәлендә реактор туҡтатыла, ҡайнар пар килеүе ябыла һәм турбина менән бергә тоташҡан генератор үҙенән-үҙе, инерция буйынса өйөрөлөп электр тогы етештерә. Шунан был ток тышҡы селтәргә бирелмәй һәм станцияның үҙенең кәрәк-ярағына тотонолорға тейеш. Атап әйткәндә уның менән ПЭН туҡландырыу электр насостары һәм ГЦН төп циркуляция насостары хәрәкәткә килә. Улар реакторҙы һыуытҡан һыуҙы һурҙыра һәм туҡтарға тейеш түгел.
Быға тиклемге һынауҙарҙа ротор-генератор үҙенән-үҙе өйрөлгән мәлдә селтәр көсөргәнеше кәрәккәндән тиҙерәк кәмеүе күҙәтелгән. Ә бына 25 апрелдә яңыртылған вибрация күҙәтеү системаһы сафҡа индерелергә тейеш булған.

Һынау мәлендә
25 апрель. Һынау өсөн реакторҙың ҡеүәте 22-31 процентҡа, 700-1000 МВт-ҡа тиклем төшөрөлөргә тейеш. Төндә, сәғәт 4 тула тигәндә (аварияға тиклем бер тәүлектәй ваҡыт бар) ҡеүәт 50 процентҡа, 1600 МВт-ҡа тиклем кәметелгән. Программаға ярашлы САОР - реакторҙы авариялы һыуытыу системаһы һүндерелгән.
Миллионлы блок һиҙелерлек рәүештә электр энергияһын етештереүҙе кәметкәс, көндөҙгө сәғәт 2 тирәһендә “Киевэнерго” диспетчеры ҡеүәтте тағы ла төшөрөүсе тыя. Был приказ төнгө сәғәт 11-гә тиклем дауам итә.
Яртылаш ҡеүәттә, 1600 мегаватта ете сәғәт буйы эшләгән реактор эсендә “ксенондан ағыуланыу” барлыҡҡа килгән. Төптә ксенон газының радиоактив изотобы тупланған һәм кире ҡеүәтте арттырыу өсөн 1-2 тәүлек көтөргә кәрәк. Төнгә ҡарай “ағыуланыу” тамамланып, операторҙар ҡеүәтте кире төшөрә башлағастар, реактор төпкөлөндә тағы ла ксенон барлыҡҡа килә башлаған – йәнә лә “ағыуланыу” башланған. ОЗР оператив реактивлыҡ запасы кәмеп кире күтәрелгән.
Ике сәғәт дауамында реакторҙың ҡеүәте программаға ярашлы 700 мегаватҡа тиклем төшөрөлгән. Аҙаҡ ни өсөндөр тағы ла 500 Мвт-ҡа тиклем кәмегән. Төнгө беренсе ярты тирәһендә ЛАР локаль автоматик регулятор системаһынан автоматик дөйөм ҡеүәт регуляторына күскән саҡта СИУР – реактор менән идара иткән баш инженер ҡеүәтте тота алмай. Һөҙөмтәлә ул 30 мегаватҡа төшкән.
Инженерҙар реакторҙың ҡеүәтен кире тергеҙергә ниәтләй һәм идара итеүсе йотоусы стержендәрҙе күтәрә башлай. Һөҙөмтәлә ҡеүәт арта, бер нисә минуттан ул 160-200 Мегаватҡа барып етеп тигеҙләнә. Ә реактор эсендә ксенон арта башлаған, ОЗР оператив реактивлыҡ запасы кәмегән. РР ҡул менән идара итеү стержендәрен күтәреү дауам иткән.
200 МВт ҡеүәт мәлендә өҫтәлмә рәүештә ГЦН төп циркуляция насостары ҡабыҙылған һәм бөтәһе һигеҙ агрегат һыуҙы этәрә башлаған. Һынау программаһына ярашлы уларҙың дүртәүһе һәм ике ПЭН туҡландырыу насостары тышҡы селтәр шиналарынан өҙөлөргә һәм улар пар ябылған турбогенераторҙың үҙенән-үҙе өйөрөлгән мәленән барлыҡҡа килгән электр тогынан эшләргә тейеш булған.
Һигеҙ ГНЦ насосы ҡыуған һыу реактор аша үткәс, пар башлыҡҡа килеүе кәмегән. Аппарат 200 МВт ҡеүәттә эшләгәс, , актив зонаға һалҡын һыу урынына ҡайнары үтә башлаған

Шартлау
1:23:04. Эксперимент башланған. Насостар тышҡы селтәрҙән эскеһенә, туҡтатыла башлаған генераторға тоташҡан. Ошо сәбәпле актив зона аша үткән һыу ҙа кәмегән. Пар реактивлыҡ коэффициенттының ыңғай булыуы һөҙөмтәһендә реакторҙың ҡеүәте үҙенән-үҙе артыу хәленә барып еткән.

1:23:39. СИУР пульттағы АЗ-5 авария һаҡланыу кнопкаһына баҫа. Был мәлдә идара итеүсе йотоу стержендәре реактор төбөнә шылып, реактор туҡтарға тейеш булған. Ләкин стержендәрҙең уңышһыҙ конструкцияһы һәм ОЗР оператив реактивлыҡ запасының кәм булыһы һөҙөмтәһендә АЗ-5 тап киреһен эшләй – реакторҙың ҡеүәте ҡапыл арта. Был автомобилдә барғанда тормоз урынына газ педаленә баҫҡан кеүек була.

Шаһиттар әйтеүенсә бер-ике ғәләмәт көслө гөрһөлдәү теркәлгән һәм сәғәт 1:23:47—1:23:50 ваҡыт күрһәткәндә реактор тулыһынса юҡҡа сыҡҡан булған.
Фажиғәгә нимә сәбәпсе?  (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)
Фажиғәгә нимә сәбәпсе?  (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)
Фажиғәгә нимә сәбәпсе?  (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға