«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әҙәбиәт » Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырын сит ил кешеләре уҡый



04.04.2016 Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырын сит ил кешеләре уҡый

"Ютуб" селтәренә һалынған видеола күренеүенсә, сит ил кешеләре мәшһүр шағирыбыҙҙың "Туған тел" шиғырын һөйләй. Тәүҙә улар телдәрен ватып, үҙҙәренсә әйтә, аҙаҡ икенсегә инде шиғыр матур итеп асыҡ яңғырай.

Яҙманы Өфөлә йәшәгән denis_Денис Өмөтбаев исемле егет төшөргән. Ул ветеринария табибы булып эшләй һәм сит илдәргә сәйәхәт итергә ярата.
- Бер мәл Һиндостанда баҙарҙа һатыулашыуҙы видеоға төшөрҙөк. Дуҫым менән башҡортса һөйләшкәнде ишеткән һатыусы быға бик аптыраны. Артыбыҙҙан ҡабатлап та ҡарай - беҙгә был ҡыҙыҡ тойолдо. Аҙаҡ бер Израиль кешеһе менән һөйләшеп, уға башҡорт шиғырҙарын уҡып ишеттерҙек. Әңгәмәсебеҙ телебеҙҙең өн байлығына бик аптыраны, иҫе китте, - ти Денис.

"Туған тел" шиғырына ролик Һиндостанда һәм Ҡырғыҙстанда төшөрөлгән. Егеттәр үҙҙәренә таныш һәм уранда осраған осраҡлы үткенселәргә мөрәжәғәт иткән. Береһе лә баш тартмаған, тәҡдимде ҡыҙыҡһынып ҡабул иткән. "Беҙ бер юлы уларға Башҡортостан, башҡорт теле тураһында һөйләнек. Ошо беҙҙеке һымаҡ видеолар күберәк төшөрөлһә ине", - ти егет.

Стих башкирского поэта Рами Гарипова "Родной Язык" в исполнении иностранцев
"Mother language" The poem of Bashkort poet Rami Garipov by foreigners







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға