04.04.2016 Күгиҙелдәр "Йәшлегемә ҡайтам әле" тигән концерт яһаны
Былтыр “Йәшлек-фараз” еңеүсеһе Нурислам ағай Әминевты бүләкләргә тип килгәндә, Баймаҡ районының Күгиҙел ауылының яҡшы, берҙәм йәшәүен күргән ине "Йәшлек"тәр. Әлеге көндә лә ауыл халҡы гөрләп йәшәүен дауам итә.
Күптән түгел Кино йылы айҡанлы Күгиҙел ауылында ла округтар араһында концерт-эстафета старт алды. Клуб мөдире Азамат Нарынбаевтың был тәҡдименә ауылдаштар дәррәү ҡушылды. Тәүге булып 26 мартта Салауат Бикбирҙиндың 9 округы "Йәшлегемә ҡайтам әле" тип исемләнгән концертты менән ауылдаштарын мәҙәни усаҡҡа йыйҙы. Белдереүҙә “Һуңламай килеүегеҙ һорала!” тигән яҙыуҙы күреү менән киске сәғәт 9-ға халыҡ клубҡа йыйылды.
Кисәне урам депутаты Салауат Бикбирҙин асып ебәрҙе. Рәмзиә Кирамова, Рима Әйүпова, Тәнзилә Сәлмәнова, Мәндүҙә Дауытова һәм дә ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле йырҙары менән һөйөндөрһә, Азамат һәм Альбина Нарынбаевтар, Әлиә һәм Юнир Дауытбаевтар, Динә Кәримова, Мәҙинә Тәхәүетдинова, Асия Асҡарова, Миләүшә Мәүлитова, Айһылыу Аманова, Айгөл Мәһәҙиева, Артур Фәттәхов, Зөлфиә Байғужина, Салауат Бикбирҙин сәхнәлә дәртле бейеүҙәре менән сығыш яһаны. Урамдың инструменталь ансамблен дә көслө алҡыштарға күмделәр. Зөлфәр Кирамов һәм Гүзәл Әхмәрова гармунда өҙҙөрөп уйнаны. Концертты алып барыусы Зимфира Фәзлиәхмәт ҡыҙына һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ. Концерт йыр-бейеү, нәфис һүҙ менән үрелеп барҙы. Матур сара халыҡ дәррәү алҡышлаған “Колхоз йәштәре” тигән коллектив бейеү менән тамамланды.
Сағыу һәм яңы номерҙар өсөн афарин!
9 округ депутаты эшҡыуар Салауат Бикбирҙин һәр сараларҙы ойоштороуҙа тәүгеләрҙән булып ярҙамға килә, ауылда үткән бар байрамдарҙа бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтә.
Салауат Бикбердин ауылдаштарын тағы ла бер һөйөнөслө хәбәр менән ҡыуандырҙы, Алла бирһә йәйгелеккә, таҡта менән ярҙам ҡулы һуҙып клуб сәхнәһен яңыртырға һүҙ бирҙе. Көҙгөлөккә концерттарыбыҙ яңы сәхнәлә дауам итәсәк.
Афарин, Салауат!
"Йәшлегемә ҡайтам әле" концерт-эстафета әленән үк үҙ исемен аҡланы. Ауыл халҡын берҙәм булыуы, күрше ауылдар менән аралашыуҙы ойоштороу өсөн яҡшы ойошторолған.
“Ауыл бөтә, эш юҡ,”,- тип Күгиҙел ауыл халҡын әйтеп булмай. Азамат һәм Альбина Нарынбаевтар етәкселегендә ойошторолған сараларға килгәндә мәҙәни усаҡтар бер ҙә буш тормауы бер кемдән дә сер түгел. Әле лә йылы өйҙәренән айырылып 10 округ халҡы репетицияға клубҡа килә, бергәләшеп бай концерт әҙерләй, бер йүнәлештә эшләй икән - ауылдың киләсәге бар.