01.04.2016 Чупакабра, ниһайәт, тотолған
Бығаса бер кемгә лә күренмәгән, һын-һыйпаты ниндәй булғанын белдермәгән серле йыртҡыс ҡайҙан килеп сыҡҡандыр, уныһын хәҙер асыҡлап та булмай. Һәр хәлдә, Рәсәйҙә лә, беҙҙең республикала ла кешеләрҙең йорт ҡуяндарын, һарыҡ-кәзәһен тәмләп йөрөүсе чупакабраның (йыртҡысҡа шундай исем бирҙеләр) зыянын иҫәпләгәндәр ҙә, миллион һумдан да ашыуыраҡ һан хасил булған, имеш.
Бөтә донъя билдәһеҙ йәнлектәр ассоциацияһынан бер төркөм тикшеренеүсе тап ошо сумманы чупакабраны тотоусыға бүләккә инселәгән. Хәйер, был хаҡта ишеткәнһегеҙҙер, гәзитебеҙҙең былтыр сыҡҡан 55-се һанында яҙғайныҡ инде.
Чупакабра һунарына туҡталғанда, быйыл февралдә уның Көйөргәҙе яҡтарында булыуын асыҡланылар. Ермолаев ауылындағы бер йортта ҡышҡы ҡыҫҡа төн эсендә 40-лап ҡуян быуылған. Түшкәләре тейелмәгән, ә ҡаны һуңғы тамсығаса эселгән. Ветеринарҙар бындай “эш”те көҙәнгә йә төлкөгә япһарһа ла, был берәүҙе лә ҡәнәғәтләндермәй. Беҙгә чупакабра кәрәк и бөттө! Һәм, рәхим итегеҙ – то-тол-до!
Үрҙә телгә алған билдәһеҙ йәнлектәр ассоциацияһы бер миллион һумды сумаҙанына һалып, Башҡортостанға юлға сыҡтымы икән? Улар вәғәҙәләрен үтәргә тейеш тә инде. Һеҙҙе йыртҡысты кем тотҡаны ҡыҙыҡһындыралыр. Эксклюзив мәҡәлә “Йәшлек”тең киләһе һандарында һәм “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөбөҙҙә буласаҡ. Әлегә ҡыҫҡаса хәбәр шул: чупакабраны тотоусы ысынлап та ошо йыртҡысты эләктергәненә шикләнмәй, сөнки ул ҡот осҡос ҡиәфәтле, ҡабырғалары беленеп торған ябыҡ, оҙон тырнаҡлы, бәләкәй аҡ ҡойроҡло, кәкре аҙау тешле, бығаса хатта һүрәтен дә күрмәгән бер йән эйәһе, ти.
Һунарсы уны атып та алмаған, ҡапҡанға ла эләктермәгән, ауға ла сырмамаған, һөҙмәгән дә, ағыу ҙа ашатмаған. Ә нисек тотҡан һуң? Танк менән ҡаршы сыҡмағандыр бит? “Юҡ, – тине ул ағай, – әммә һеҙ яҡын килдегеҙ, мин уны тракторҙа китеп барғанда осраттым…” Баяғы ассоциацияға хәбәр иттегеҙме, тигән һорауға ла ыңғай яуап алдыҡ. Әгәр был хайуандың чупакабра икәне асыҡланһа, милләттәшебеҙҙең кеҫәһенә бер миллион һум аҡса инеп ятасаҡ. Шуның бер нисә мең һумына ауылдаш-ҡасабалаштарын “Йәшлек”кә яҙҙырырға ла вәғәҙәләне беҙҙең шәп ағайыбыҙ.
“Еңгәгеҙ түҙмәне, чупакабраны бикләп ҡуйған һарай эсенә фотоаппаратын тотоп килеп инде, ҡыуып сығарҙым, мәйтәм, алйот ҡатын, әллә уны фотола сыға тип уйлайһыңмы, бына бит телефонға видеоға төшөрмәксе булдым, бер нәмә лә юҡ, ә телефон 6-сы Айфон! Һарай ныҡ минең, кирбестән ыҫмалалап тороп һалғайныҡ, ҡаса алмаҫ”, – тип тағы бер аҙ мәғлүмәт еткерҙе һүҙгә һаран ағай. Үҙе, “ауыҙым – йоҙаҡта” тип, әлегә башҡа баҫмаларға ла, телевидениеға ла хәбәр итмәйәсәген, интервью бирмәй торасағын аңғартты.
Бына шундай шәп һунар! Нимәһе мөһим – был йыртҡыстың ғаиләһе-фәлән, “туғандары” булмаһын инде ул.
Т. АМАНОВ.