«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кибеттәге мәҙәк



25.03.2016 Кибеттәге мәҙәк

Кибеттәге мәҙәкБер көн ҙур кибеттә аҙыҡ-түлек һайлап йөрөйөм. Бик күп тауар булғанлыҡтан, күҙ сыбарланып, кәрәк әйберҙе таба алмай күңелһеҙләнеп тора инем, кибеткә әсәһенә эйәреп, 4 – 5 йәштәр тирәһендәге ике бала килеп инде. Тауыштары көр генә сыға, иғтибарҙы үҙҙәренә йәлеп итеп тә алдылар.

Кәштәләргә ҡарап килә торғас, берәүһе кәнфиттәр ятҡанына килеп етте лә, ҡысҡырып та ебәрҙе: “Алһыу, Алһыу, ҡара әле, бында бер кәнфиттең күҙе ялтырап тора бит, әй, нәҡ минең яҡтағыһыныҡы, тиҙерәк кил әле!”
Үҙем дә һиҙмәҫтән, ҡысҡырып көлөп ебәрҙем. Эйе, ул кәнфиттәрҙең күҙе тик бәләкәстәргә генә ҡарап ялтырай шул тип, көлә-көлә сығып киттем. Ғүмер буйы балалар кеүек эскерһеҙ, шат, гонаһһыҙ булһаң ине. Хәҙер миңә лә кәнфиттәрҙең күҙе ялтырағандай, йылмайып тик йөрөйөм.
Тәскирә ГӘРӘЕВА.
Ҡыйғы районы,
Үрге Ҡыйғы ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға