«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ә беҙҙең ауылда... 25 март



25.03.2016 Ә беҙҙең ауылда... 25 март

Ә беҙҙең ауылда... 25 март Был аҙнала беҙ Белорет, Көйөргәҙе, Әбйәлил райондарынан хәбәрҙәр ҡабул иттек.
Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ барҙыр, моғайын – һөйләгеҙ. Беҙҙең менән бәйләнеш мөмкинлектәре киң. Телефон һандары: 8-965-923-20-00. Гәзитебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнештә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Мәүлит КӘРИМОВ, Белорет районы, Сосновка ауылы:
– Үткән аҙнала ауылыбыҙҙа Буҙа байрамы үтте. Унда төбәктең Сосновка, Рысыҡай, Үткәл, Әхмәр һәм Ҡаһарман ауылдары ҡатнашты. Буҙа байрамын уҙға- рыу идеяһы ауылдың әүҙем ағинәйе Земфира Кәримоваға ҡыш уҡ килгәйне. Уның был башланғысын башҡа ағинәйҙәр ҙә дәррәү күтәреп алды. Ә ауыл хакимиәте башлығы, йәш депутат Айгиз Динислам улы Мусин ихлас ярҙам итте.
Сосновка ауылы халҡы Буҙа байрамында ҡатнашыусылар иғтибарына театрлаштырылған тамаша ла әҙерләгәйне. Милли ризыҡтың шифаһы хаҡында һөйләп кенә ҡалманы, уны әҙерләү тәртибен дә күрһәтте. Һәр ауыл ағинәйҙәре милли эсемлектең төрлө реце- бын тәҡдим итте. Йыр-бейеү, буҙаны данлаған таҡ- маҡтар, ҡыҙыҡлы реклама сарала ҡатнашыусыларҙың кәйефен бермә-бер күтәрҙе.
Байрам буҙаның барлығын белдереү, уны пропагандалауҙан бигерәк, башҡорт халҡының милли эсемлеген рекламалауға ҡоролғайны. Был йәһәттән Сосновка ағинәйҙәре үҙ маҡсатына иреште.

Сулпан МИҢЛЕБАЕВА, Көйөргәҙе районы, Яңы Мораптал ауылы:
– Ауылыбыҙҙың мәҙәниәт йортонда төрлө сара, байрам йыш ҡына үтеп тора, спектаклдәр ҡуйыла. Күптән түгел шаулап-гөрләп Науруз байрамы үтте. Уны мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Нәсимә Шәмсетдинова, Гөлназ Хәмитова, Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың йорт-музейы директоры Әлфирә Ниғмәтуллина һәм ағинәйҙәр ҡоро (етәксеһе – Эльвира Кинйәғолова) ойошторҙо. Байрам урамда, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музей янында үтте. Ауылдың уңған хужабикә- ләре төрлө тәм-том, милли ризыҡтар – сәк-сәк, бауыр һаҡ, бәлеш бешереп алып килгәйне, самауыр ҡайнатып, ҙур табын ҡоролдо. Килгән тамашасыларҙы һыйлар өсөн ойоштороусылар тәмле бутҡа ла бешергәйне. Байрамда моңло йырҙар яңғырап торҙо, күңелле уйындар ойошторолдо, концерт номер ҙары күрһәтелде. Халҡыбыҙҙың матур байрамынан барыһы ла дәрт, илһам алып, ҡәнәғәт таралышты.

Гөлнур ХӘЛИТОВА, Әбйәлил районы, Ташбулат ауылы:
– Беҙҙең ауыл мәктәбендә 35 йыллыҡ тарихы булған “Йәйғор” өлгөлө балалар бейеү ансамбле эшләп килә. Уға нигеҙ һалыусы Таһир Миңлеғәле улы Нафиҡов, хәҙер мәктәп директоры, ваҡыты тығыҙ булыуына ҡарамай, һаман да ярҙамынан ҡалдырмай. Репетицияларына йөрөй, сәхнә костюмдарын яңыртып торорға тырыша, репертуар менән ҡыҙыҡһына. Шөғөлләнгән балалар – ауылыбыҙҙың ғорурлығы, улар мәктәпте тамамлағас та бейеүҙән ситләшмәй, юғары уҡыу йорттары ансамблдәрендә шөғөлләнә- ләр.
Үткән аҙнала мәҙәниәт йортонда ансамблдең юбилейына арналған ҙур концерт үтте. Унда элекке бейеүселәр, етәкселәр һәм беҙҙең менән тығыҙ бәйләнештә эшләүсе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Низаметдинов саҡырыл ғайны. Уны матур итеп музыка уҡытыусыһы Лилиә Сәлим ҡыҙы Солтанова алып барҙы. Балалар өс сәғәткә яҡын төрлө бейеүҙәр менән сығыш яһаны. “Йәйғор”ҙа бөгөн 70-кә яҡын бала өс төркөмдә шөғөлләнә. Улар һәр йыл һайын “Байыҡ” бәйгеһендә ҡатнашып, призлы урындар яулай, ауылыбыҙҙың данын күтәрә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға