24.03.2016 24 мартҡа ҡарата Хәйбулла бураны буйынса оператив яңылыҡтар
Хәйбулла бураны - оператив яңылыҡтар:
- "Әбеш-Вәзәм Абиш, халкы һеҙ кайҙа? Күмакләп берәй нәмә уйлайыҡ, юл юҡ бит. Бөтә яҡҡа асып бөттөләр, беҙҙә иң тәрән ҡар икәнен белеп торалар, ләкин ярҙамға тип килгән техникаларҙы беҙгә алып килмәй ҡайтарып бөттөләр. Беҙҙен яҡтар өндәшмәй түҙгәнен белеп торалар инде" - тиҙәр;
- "Иҫәнгилдегә һәм Әбделнасырға Целинный яғынан юл юҡ. Балалар интернаттан өйә ҡайта алмай, Әлибай яғынан юл асҡандары өсөн "Башмедь" ЯСЙ-һына рәхмәт";
- Әҙел, Бакаловка, Таштуғай, Вәлит ауылдары ла юлһыҙ ултыра;
- Подольск- Новоукраинка йүнәлеше тулыһынса таҙартылған. Халыҡ үҙ көсөбөҙ менән ҡар эттек ти;