«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн ауылда Наурыз байрамын үткәрҙек!



23.03.2016 Бөгөн ауылда Наурыз байрамын үткәрҙек!

Кисә, 22 мартта, Әбйәлил районының Рәхмәт ауылы дыу килеп Наурыз байрамын уҙғарған.

Сәғәт телдәре төшкө икене күрһәткәндә, клуб алдына йыйылған халыҡтың сыр-сыу килгән тауышы ауылға таралды. Күңелдәргә дәрт өҫтәп, аяҡтарҙы үҙенән-үҙе бейетергә әйҙәп матур көйҙәр ҙә ағылғас, тағы ла күңеллерәк булып китте.
Тиҙ генә гөрләтеп ут яғып ебәрҙеләр. Сүлмәктәге май ҡайнап сығыуға, йылдам апайҙар ҡамырын йәйә һалып ебәреп, тәмле йыуасаларҙы шажлатып бешерә лә башланылар. Өйҙә бешереп алып килгән һый-хөрмәтте матур итеп өҫтәлдәргә теҙеп сыҡтылар. Сәй әҙер булғансы балалар ҙа, ололар ҙа уйындарға ҡушылды. Бер-ике уйын уйнап тәнде йылытып, ҡанды ҡыҙҙырып алыуға сәй ҙә ҡайнап сыҡты, бешкән йыуасалар ҙа батмустарға һыймай башланы. Шуны ғына көткәндәй, балалар ҙа, ололар ҙа өҫтәл янына йыйылдылар. Тәмләп ашап-эсеп алғас бигерәк тә күңелле булып китте. Йәш ҡыҙҙар башлаған бейеүгә бәләкәстәр, унан апай-инәйҙәр ҡушылды. Ир-егеттәр ҙә ситтә ҡалырға теләмәне, улар ҙа берәмләп бейеүселәргә ҡушылып киттеләр. Бейеүселәрҙең айырым-айырым булып барлыҡҡа килгән өс түңәрәге бергә ҡушылып, рәхәтләнеп бер бейенеләр байрамға килеүселәр.
Ауыл халҡының өстән бер өлөшө бөгөнгө сараны үҙ күҙҙәре менән күҙәтте. Ҡыҙыҡ икән ул асыҡ һауала йыуаса-бауырһаҡтар бешереп, шуларҙы эҫе сәйгә ҡушып ауыҙ итеүе. Тыштың һәуыҡ икәне лә һиҙелмәне, рәхәтләнеп ял иттек!

Барығыҙҙы ла тағы бер Наурыз байрамы менән ҡотлайбыҙ!
Зилә Лира. Бөгөн ауылда Наурыз байрамын үткәрҙек!
 Бөгөн ауылда Наурыз байрамын үткәрҙек!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға