«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәшлек гүзәле » Филиә БИКМӨХӘМӘТОВА: “Бер нәмәгә ҡарамай, маҡсаттарыма ирешәсәкмен!”



18.03.2016 Филиә БИКМӨХӘМӘТОВА: “Бер нәмәгә ҡарамай, маҡсаттарыма ирешәсәкмен!”

Филиә БИКМӨХӘМӘТОВА: “Бер нәмәгә ҡарамай, маҡсаттарыма ирешәсәкмен!” Филиә Наил ҡыҙы Бикмөхәмәтова булам. Бөрйән районының йәмле Ағиҙел буйында урынлашҡан Тимер ауылы һылыуымын. Миңә 21 йәш. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамланым. Әле, уҡыуымды дауам итеп, ситтән тороп магистратурала белем алам. Ғафури районының Красноусол башҡорт гимназияһында эшләйем.
Күңел булғанда, илһам килгәндә шиғыр һәм төрлө темаға мәҡәлә- ләр яҙыу менән мәшғүлмен. Гимназияла уҡыусылар өсөн “Илһам” түңәрәген алып барам. Буш ваҡытта башҡорт бейеүҙәрен өйрәнәм һәм киләсәктә “Байыҡ” конкурсында ҡатнашырға теләйем.
Иң ҙур хыялым: атай-әсәйем, туғандарым миңә ҡарап һоҡланһын һәм ғорурланһын. Үҙ эшемде асырға, һөйгәнемә кейәүгә сығып, бәхетле ғаилә ҡороп, һау-сәләмәт, киләсәктә илебеҙгә кәрәкле балалар үҫтерергә теләйем. Бер нәмәгә ҡарамай, маҡсаттарыма ирешәсәкмен!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға