06.12.2010 Үҙҙәрен үҙҙәре туҡтатмаһалар...
«Берҙәм Рәсәй» партияһының Алыҫ Көнсығыш буйынса төбәк-ара конференцияһында ҡатнашыусы ил Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин билдәләүенсә, әгәр урындағы халыҡ вәкилдәре, алкоголь миҡдары күп булған эсемлектәрҙе ҡулланыуҙы ҡыҫҡартыу өсөн араҡыны Себергә аҙыраҡ килтерергә кәрәк, тип һанай икән – рәхим итһендәр. Тик был мәсьәлә урындағы власть кимәлендә хәл ителергә тейеш. Себерҙең аҫаба халҡын эсеү арҡаһында һәләк булыуҙан ҡотҡарыу өсөн Рәсәй Хөкүмәте тарафынан яңы ҡағиҙәләр ҡабул итеү – артыҡ.
Лилиә СИРАЕВА.