16.03.2016 «Караоке по-уфимски»
Баш ҡалабыҙ Өфө тураһында фильмды ҡарағыҙ. Уның режиссеры булып блогер һәм журналист Денис Нижегородцев тора.
«Роуд-муви по России» проекты буйынса төшөрөлгән таҫмала Салауат Юлаев һәйкәле, Конгресс-холл, Ләлә-Тюльпан мәсете, Аксаковтың йорт-музейы һәм башҡа билдәле урындар күрһәтелгән. Панорамалы фондар һәм ҡала кешеләре менән әңгәмәләр ҙә бар. Фильмда яҡташыбыҙ, "ДДТ" рок-төркөмө башлығы Юрий Шевчуктың йырҙары яңғырай.