«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әҙәбиәт » “Йәшлек хаталарын төҙәтерлек мөғжизәләр юҡ шул донъяла”



14.03.2016 “Йәшлек хаталарын төҙәтерлек мөғжизәләр юҡ шул донъяла”

“Йәшлек хаталарын төҙәтерлек мөғжизәләр юҡ шул донъяла” Рәйлә Барый ҡыҙы Назарғолова (Мөхәмәтдинова) 1958 йылдың 6 майында Ғафури районының Байымбәт ауылында тыуа. Ижад юлына һуңлап баҫһа ла, әүҙем ижад итә. Уның З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә “Аҡҡош һағышы”, үҙнәшер менән “Яҙмыш бүләге” исемле шиғырҙар йыйынтығы сыҡты.

Китап
Ҡулдарыма китап алам, әгәр
Күңелдәрем тулһа һағышҡа,
Төҙәлмәҫтәй булһа яраларым,
Ышанысым бөтһә яҙмышҡа.
Алып китә тылсым донъяһына,
Баҫа күңелемдең һағышын,
Төҙәтә ул йөрәк яраларын
Һәм тигеҙләй уның ҡағышын.
Онотола бөтә ҡайғыларым,
Айҙы, йыһандарҙы байҡайым.
Китап геройҙары менән бергә
Янып, көйөп йәшәй башлайым.

Һаумы, мөхәббәт!
Тетрәне ер, күкрәне күк,
Ғәрәсәт ҡупты,
Баҫып булмай йөрәгемдә
Ҡабынған утты.
Күңелемдә татлы-татлы
Хистәр уянды,
Иңдәремә ҡанат үҫте,
Гиҙҙем йыһанды.
Әллә шаштым аҡылымдан,
Һуң, нимә булды?
Бөтә донъям сихри, сағыу
Нур менән тулды.
Көтмәгәндә кемдер килеп,
Ишекте ҡаҡты,
Йөрәгемде асып инеп,
Күҙемә баҡты.
Кем булыр был, рөхсәтһеҙ тип,
Танымай торҙом,
Әллә мөлкәтемә күҙе
Төшкәнме бурҙың…
Сеү… Татлы ла, илерткес тә,
Йәнгә бик рәхәт.
Килереңде күптән көтәм,
Һаумы, мөхәббәт!

Оло мираҫ
Үҙ телеңдә балаларың менән
Һөйләшеүе ниндәй ғорурлыҡ.
Оло мираҫ булып телең ҡала
Бөтә ғүмереңә торорлоҡ.
Телең ҡала, унан ерең ҡала,
Уны ташлап ситкә китмәгеҙ.
Атай-әсәй, туған-тыумасаны
Күрешеүҙән мәхрүм итмәгеҙ!

Тормошомдоң биҙәге

Мин яңғыҙым түгел
был донъяла,
Ике балам – ике ҡанатым!
Яндарында ҡошсоҡтары булған
Инә ҡоштай мин дә йән аттым.
Ауырлыҡтар алдым иңдәремә,
Кәртәләрҙе юлда емерҙем.
Утта яндым, төштөм һыуҙарына,
Бар шартына күнеп ғүмерҙең.
Балаларым – осор ҡанаттарым!
Тормошомдоң аҫыл биҙәге.
Хоҙай тарафынан был донъяла
Яҙмышымдың биргән бүләге.
Йыуанысым, улар ҡыуанысым,
Йәшәүемдең йәме, асылы,
Киләсәккә йәйғор күпереләй
Юлдары гел торһон асылып.
Мин яңғыҙым түгел был донъяла,
Ике балам – ике терәгем!
Өмөттәрем, яҡты киләсәгем,
Улар тиеп дөрләр йөрәгем.
Ике балам – ике терәгем,
Яҙмышымдың биргән бүләге.

Тапҡан сараһын
Ерем сумған сихри гүзәллеккә,
Ағастар ҙа аҡтан кейенгән.
Күтәрә алмай суҡ-суҡ
тәлгәштәрен,
Миләштәрҙең башы эйелгән.
Ап-аҡ итеп келәм түшәп ҡуйған,
Тигеҙләгән ағын-ҡараһын.
Гонаһ тулы ерҙе ҡаплар өсөн,
Тәбиғәт тә тапҡан сараһын.

Ашыҡтым
Тормош, һинең ҡосағыңа
Ашыҡтым үҙем,
Эй, Хоҙайым, ниңә бик аҙ
Биргәнһең түҙем.
Урғып торған даръяларға
Ташландым ярҙан,
Арғы яҡҡа сығырлыҡ көс
Килгәндер ҡайҙан!
Аҡ бурандар аҙаштырҙы,
Ашыҡтым тағын,
Көтмәнем шул бурандарҙың
Туҡтаған сағын.
Ҡаҡһа ла гел, уңға-һулға,
Тормош тулҡыны,
Мине һаман ашыҡтыра
Йөрәк ялҡыны

Өндәремдә килә күрәһем
Төн урталарында уяндым да,
Ҡабат йәшлегемде буйланым.
Ғүмер буйы төштәремә индең,
Өндәремдә генә булманың.
Яҙмыш һынауҙарын үттек инде,
Ҡурҡытмай һис ярһыу даръя ла.
Йәшлек хаталарын төҙәтерлек
Мөғжизәләр юҡ шул донъяла.
Онотола ғына башлайһың да,
Ҡабат төштәремә инәһең.
Хистәребеҙ серле ептәр менән
Тоташҡандыр инде, күрәһең.
Төштәремдә генә түгел, һине
Өндәремдә килә күрәһем.
Йәшлектәге кеүек һөйәһеңме?
Шуны ғына килә беләһем.

Йөрәк ялҡыны
Белә-күрә сумдым даръяларға
Унда мине нимә көткәнен,
Баҫылыр, тип, ярһыу йөрәгемдә
Дөрләп янған уттың өткәнен.
Тик йөрәктә дөрләп янған утты
Баҫа алманы һыуҙың һалҡыны,
Даръяларҙан өҫкә, бейектәргә
Күтәрелде уның ялҡыны.
Рәйлә НАЗАРҒОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға