«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Махсус биттәр » Ырымдарға ышанып, гонаһлы булмайыҡ! (“Кешегә икенсе исем ҡушыу кәрәкме?”, “Йәшлек”, 8-се һан, 29 февраль, 2016 йыл)



11.03.2016 Ырымдарға ышанып, гонаһлы булмайыҡ! (“Кешегә икенсе исем ҡушыу кәрәкме?”, “Йәшлек”, 8-се һан, 29 февраль, 2016 йыл)

Ырымдарға ышанып, гонаһлы булмайыҡ! (“Кешегә икенсе исем ҡушыу кәрәкме?”, “Йәшлек”, 8-се һан, 29 февраль, 2016 йыл) “Йәшлек”тең 8-се һанында баҫылған “Кешегә икенсе исем ҡушыу кәрәкме?” тигән аҙна һорауына яуап бирергә тырышҡан бер нисә яҡташыбыҙҙың фекерен уҡып сыҡтым. Улар төрлөсә. Кемгәлер өҫтәмә исем йөрөтөргә “мулла ҡуша”, ә икенсе берәү быны “ярамай” тип һанай. Өсөнсөләрҙе, ике исемле кеше баҡыйлыҡҡа китә ҡалһа, йыназа уҡыған мәлдә аңлашылмаусанлыҡ килеп сығыу ихтималлығы борсой.
Элегерәк, Советтар Союзы дәүерендә, берәй аңлашылмағаныраҡ, бәхәсле хәл килеп сыҡһа, уйынлы- ысынлы: “Марксҡа мөрәжәғәт итеп алайыҡ әле...” – тип, был хаҡта кәрәкле әҙәбиәтте, инструкцияларҙы табып, килеп сыҡҡан сетерекле мәсьәләгә яуап эҙләрҙәр ине. Ошо осраҡта ла теге йәки был әбей, йә иһә бабай әйткәндәргә генә таянһаҡ, яңылышасаҡбыҙ. Шуның өсөн был һорауға дөрөҫ яуапты тик динебеҙ ҡанундарынан сығып ҡына табырға була. Башҡаса бер нисек тә түгел. Беренсенән, Алла илсеһе бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй - һис-сәләм төрлө ырым-юрауға ыша- ныуҙы ҡәтғи тыйған. Был – динебеҙҙәге Аллаһы Тәғәлә яҙған тәҡдир ҙе (алты иман шартының береһен) инҡар итергә маташыу булараҡ та оло гонаһ. Раббыбыҙ тарафынан алдан билдәләп ҡуйыл - ған кеше яҙмышына уның исеме үҙгәреүе йәиһә ҡушамат исем биреү тәьҫир итә тип һанау – яңылышыу. Бәйғәмбәребеҙҙең “...кем дә кем тәҡдиргә (яҙмышҡа) ышанмай, мин ундайҙарҙан баш тартам...” тигән хәҙисе бар.
Дини кеше тигәс тә, халыҡта ул төрлө ырымға, хөрәфәткә ышанырға тейеш, тигән хаталы фекер йөрөй. Бына быға хатта урыҫсалап: “Ничего подобного!” – тип әйткем килә. Бәй ғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм тыйған бындай нәмәләргә ышаныу динде өйрәнмәгәнлектән килә. Әле ислам дине килеп етмәгән осорҙар ҙағы боронғо ырымдар йәки башҡа халыҡтан ҡушылған, динебеҙ ҡанундарына тап килмәгән бихисап күп нәмә, ҡара бесәй, буш биҙрә, ат дағаһы, ун өс һаны һәм шулай уҡ исем көсөнә ышаныуҙар, үкенескә күрә, арабыҙҙа киң таралған.
Бәйғәмбәребеҙ кешеләрҙең исемдәрен алмаштырып, башҡа исем ҡушҡан осраҡтар, әлбиттә, булғылаған (әлеге “запас” исем ҡушыу түгел!). Әммә ул исемде үҙгәрткәндә уның кеше яҙмышына тәьҫир итеү мөмкинлеген, күҙ тейеү ихтималлығын, йә булмаһа, бүтән хәүеф-хәтәрҙе күҙ уңында тотмаған! Ә фәҡәт теге йәки был исем киле- шһеҙ йәиһә насар мәғәнәле булған өсөн генә алмаштырылған. Мәҫәлән, юғарыла әйтелгән “Аҙна һорауы”ндағы Миңнур Мөхәмәтйәнованың ҡыҙға Ҡаҙағстанда йәшәгән саҡтарында ҡушылған Орнай исеме. Ҡаҙаҡса, бәлки, был исем матурҙыр ҙа. Шулай ҙа Альбина тигәнгә алмаштырып, бик яҡшы иткәндәр, минеңсә.
Ә бына күҙ тейеү мәсьәләһенә килгәндә, Алла илсеһе ундай нәмә- нең ысынлап та булыуы хаҡында әйткән. Күҙ тейеүҙән һаҡланыу сара- ларын да өйрәткән. Тик өҫтәмә, йәшерен исем ҡушыу йәки маңлай - ға буяу һөртөү ысулы менән түгел. Бәйғәмбәр үҙенең ейәндәре янында бына ошо доғаны уҡыған: “Үғиҙү- күмә би-кәлимәти-лләһи-т-тәм-мә - ти миң күлли шәйтәнин үә һәммә- тин, үә миң күлли ғәйнин ләммәтин” (һәммә шайтандарҙан, бөжәктәр - ҙән, һәр төрлө яман күҙҙәрҙән Аллаһтың камил һүҙҙәренә һыйынам). Унан башҡа, бала янында “Ихлас”, “Фәләҡ”, “Нәс” сүрәләрен, йоҡлар алдынан “Аятел-көрси” аятын да уҡырға ҡушҡан. Бына ошоноң һымаҡ сәхих (дөрөҫ) хәҙистәрҙән алынған, шәриғәт рөхсәт иткән ысулдарға ғына мәрәжәғәт итеү кәрәк. Был хаҡта дөрөҫ китаптар ҙы һәр мәсеттә, мосолман магазиндарында табырға була. Ә бәйғәмбәр ҡушмаған башҡа төрлө нәмә сихыр рәтенә инеп, гонаһҡа батырыуы бар.
Беҙ үлгәс, мулла нисек тә булһа йыназаны ла уҡыр, күмерҙәр ҙә (кем өсөн йыназа намаҙы уҡылыуы, доға ҡылыныуы тураһында ниәтте Аллаһы Тәғәлә белеп тора бит). Әммә, тере сағыбыҙҙа Аллаһы Тәғәлә яҙған тәҡдиребеҙгә ышанмай, төрлө ырым-юрауҙан ҡурҡып, икешәр исем тағып, бәйғәмбәр ҡушмаған нәмәләрҙе атҡарып ғүмер итәбеҙ икән, Ахирәткә барғас, бының өсөн Раббыбыҙ алдында яуап биреү (йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә) ифрат та ҡатмарлы булыуы бар. Иң беренсе нәүбәттә бына ниҙән ҡурҡырға кәрәк... Ә исемдәребеҙҙең, тор- мошта ҡулланыуға уңайлы булһын өсөн, тик матур, яҡшы мәғәнәле булыуы мөһим.
Икенсе исем ҡушыуға ҡаршы булған Зөлфиә Ғәбитова исемле гәзит уҡыусының фекере менән ризамын.
Зәбих ҠЫУАНДЫҠОВ







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға