11.03.2016 Сурамандар гөрләй генә!
Учалы районы Сораман ауылының бик матур ғөрөф-ғәҙәттәре бар. Бында һәр байрам алдынан клуб мөдире Илзидә Ямалова төрлө саралар уҙғара.
Быйыл да яҙ байрамын балалар майҙансығында күнелле эстафета менән башлап ебәрҙек. Унда балалар менән әсәйҙәргә, өләсәйҙәргә лә төрлө ярыштар үткәрелде. Һуңынан байрамды сәй табыны менән тамамлап ҡуйҙыҡ.
7 мартта ир-ат байрамға концерт ҡуйҙы. Тантананы студент егет Радмир Рамаҙанов асып ебәрҙе. Унан һуң ҡатын-ҡыҙҙарҙы мәктәп уҡытыусыһы Ишдәүләт Сафиуллин ҡотлап үтте. Артабан ир-егеттәр әҙерләгән йөкмәткеле, күңелле концерт башланды. Миңлегәле Хужин, Рөстәм Азизов, Ишдәүләт Сафиуллин йырҙары менән һоҡландырҙы, Вәкиф Ямалов, Миңғәле Хужин, Рәмил Шәрипов ҡатын-ҡыҙҙар булып кейенеп башкорт бейеүҙәрен башҡарҙы. Номерҙар араһында бик ҡыҙыҡ көләмәстәр ҙә күрһәттеләр. Зал алҡыштарҙан гөрләп торҙо.
Тамаша аҙағында артистар ҡатын-ҡыҙҙар өҫтөнә биҙрә менән сәскә һиптеләр. Унан һуң күңелле бейеүҙәр иғлан ителде.
Бөтә тамашасылар исеменән "Йәшлек" гәзите аша зур рәхмәтемде белдерәм!