«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Миңә тауыш биреүҙә ярҙам итегеҙ!



18.01.2016 Миңә тауыш биреүҙә ярҙам итегеҙ!

Миңә тауыш биреүҙә ярҙам итегеҙ!Өфө ҡыҙы, «Һылыуҡай-2012» телевизион матурлыҡ конкурсында «Нәфис һылыуҡай» исеменә лайыҡ булған 22 йәшлек Гөлнур Зиннәтова «Мисс Рәсәй 2016» гүзәллек конкурсының һайлап алыу турында ҡатнаша.

Бәйгене Woman.ru интернет журналы уҙғара. Иң күп тауыш йыйған өс һылыуҡай Мисс Рәсәй исеменә дәғүә итәсәк.

Әле Гөлнур тауыштар һаны буйынса алтынсы урынды биләй.

«Миңә тауыш биреүҙә ярҙам итегеҙ! Өс музыка ҡоралында (фортепиано, флейта, аккордеон) уйнайым — һөнәрем буйынса музыка уҡытыусыһымын, бейеү, бокс менән мауығам. Дуҫтарыма һәм ғаиләмә төрлө илдәрҙән матур открыткалар ебәрергә хыялланам», — тип яҙа Өфө ҡыҙы.

Тауыш биреү 19 февралгә тиклем дауам итә. Ҡыҙға ярҙам итеү өсөн махсус һылтанманан үтегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға