«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ағинәйҙә ҡунаҡта



21.01.2016 Ағинәйҙә ҡунаҡта

Ағинәйҙә ҡунаҡтаАғинәйҙә ҡунаҡтаМиләүшә Юлдашбаева бына нимәләр тураһында хәбәр итә:
Баймаҡ районы Ярат ауылында "Ағинәйҙә ҡунаҡта" тип аталған проект эшләй. Уҡыусылар ай һайын бер ағинәйгә барып берәй ҡыҙыҡлы һөнәргә өйрәнеп, күмәкләшеп сәй эсеп ҡайталар.

Ағинәйҙә ҡунаҡтаҺәҙиә инәй Әбдрәшитова кәзә ҡымыҙының шифаһы тураһында һөйләп, ҡымыҙ менән һыйлаһа, Хәҙисә инәй Мырҙаҡаева ылашта киптерелгән ҡорот, эремсек, ҡаҙы, ҡаҙ, йүрмәнән ауыҙ иттерҙе. Киптерелгән еләк-емеш менән үлән сәйе эсерҙе. Киләһе осрашыу Зәйтүнә инәй Нурғәләмоваға билдәләнгән. Инәйҙәрҙең хәтирәләрен тыңлау, уларға бүләккә концерт номерҙары күрһәтеү ҙә ҡаралған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға