«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ғинуарҙа



15.01.2016 Ғинуарҙа

ҒинуарҙаШыршы ҡупшы кейенмәгән,
Аунап урамда ята.
Йылтыр йәшле керпектәре
Туңып, буранда ята.

Тирәләп тә әйләнмәйҙәр,
Йырламайҙар бергәләп.
Бала-саға шыршыҡайҙы
Тибеп йөрөй бәргеләп.

Шыршы ҡупшы кейенмәгән,
Аунап урамда ята,
Һалҡын, йәшле энәләрен
Тоҫҡап йөрәккә ата.

Фанис Сирбаев ижады







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға