23.12.2015 Уҫал сәүкәнең мажаралары
Өфө ҡотҡарыусылары баҫҡынсы сәүкәне фатирҙан ҡыуып сығарған. Был урам ҡошо елләтеү торбаһы аша килеп ингән, хужалар уны ҡыуып сығара алмаған. Сәүкә осоп йөрөгән, өҫтәүенә суҡышын да эшкә "еккән". Хужалар аптырағандан "112" хеҙмәтенә шылтыратҡан.
Ҡотҡарыусылар сәүкәне тотоп, урамға осорған. Әйткәндәй был йортта ете йыл элек тә ошондай ваҡиға булған.
"112" хеҙмәте ошоноң һымаҡ хәлдәрҙә лә ярҙам итә. Шулай ҙа ҡотҡарыусылар тәү сиратта бәлә-ҡазаға, авария-фажиғәгә ҡалыусы кешеләр янына ашыға.