22.12.2015 "Күгәрсенкәйем" драмаһы буйынса спектакль
Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, әүҙем авторы, Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылында йәшәүсе Рафаэль Ишһарин беҙгә шылтыратып, бына нимәләр менән уртаҡлашты:
- Кисә, 21 декабрҙә ауыл мәҙәниәт йортонда драматург Флорид Бүләковтың "Күгәрсенкәйем" драмаһы буйынса спектакль ҡуйҙылар. Халыҡ эркелеп килде, ике сәғәттән ашыу барған тамашаны йотлоғоп ҡаранылар.
Йәйгеһен театрға халыҡ исеме бирелде, кисәге спектакл үҙенсәлекле имтихан рәүешендә үткәрелде. Ошоно күҙ уңында тотоп, беҙгә Өфөнән Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгесе Тәнзилә Ҡалмырҙина ҡунаҡҡа килде.
Тамашаның режиссеры - мәҙәниәт йорто директоры Маһира Ҡолһарина булды. Әйткәндәй ул хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, эшкә дәрте ҙур. Уның артист әхирәт-дуҫтары: Зифа Ҡолһарина, Миңзәлә Бикташева, Нурия Бикташева, Азамат Асҡаровтар йәштәргә бирешмәй, бик оҫта сығыш яһаны.