25.11.2015 Арғаяш районы Ҡолой ауылында Аманат ағасы
Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Ҡолой (Мөхәмәтҡолой) ауылында Аманат ағасы бар. Матур итеп кәртәләнгән урында ике ҡайын йәшән үҫеп, бер-береһен сырмалған. Ни ғилләһе бар икән бының?
Ҡолойҙа ике егет - Тәҡиулла Ғиматов һәм Хәсән Балтабаев йәшәгән. Улар бала саҡтан дуҫ булған - икеһе лә 1914 йылда тыуған, бергә уҡыған һәм эшләгән, бер йылда өйләнгән. Бер үк мәлдә тиерлек балалары донъяға килгән: Тәҡиулланың улы булһа, Хәсәндеке ҡыҙ тыуған.
74 йыл элек ике дуҫ ауыл янындағы ҡайынлыҡта бесән сапҡан булған. Тик бына уларҙың янына ашығып, ауыл советы рәйсе килеп еткән. "Һуғыш башланды", - тигән дә ул һәм повесткалар тапшырған.
Ирҙәр ҡайтырға сыҡҡан. Юлда улар бер-береһенә йәнәш үҫкән ике йәш ҡайынды күреп ҡалған. Әйҙә дуҫлығыбыҙҙы нығытайыҡ, теләктәр теләйек тип Тәҡиулла һәм Хәсән уларҙы ҡушарлап сырмаған.
Ике дуҫты һуғыш аямаған - улар бер нисә ай айырма менән хәбәрһеҙ юғалған. Ә ҡайындар үҫкән, ләкин ирҙәр тыуған ерҙәренә ҡайта алмаған.
Нимәһе ҡыҙыҡ - ҡайынлыҡта ошолайтып сырмалып үҫкән ҡайындар әле лә осрай. Ләкин улар тиҙ арала ҡорой икән.
Тәҡиулла менән Хәсәндең ҡайындары 74 йылдан ашыу бергә үҫә. Уларҙың олондарынан тыш, тамырҙары ла берләшкән. Бына ул ысын ир-егеттең дуҫлығы, тоғролоғо, Тыуған илгә һөйөү билдәһе!