20.11.2015 Ярҙам итегеҙ!
Ейәнсура районының Ибрай ауылында йәшәүсе күп балалы Гөлсиә һәм Илдар Әбделмәновтар ғаиләһе көтөлмәгән оло һынауға юлыға – ғаилә башлығы ҡаты ауырып китә. Оҙаҡ дауаланыуҙар тейешле һөҙөмтә бирмәгәс, Илдарға Мәскәүҙә ауыр операция эшләтергә тура килә. Әлеге ваҡытта ул Мәскәүҙә реабилитация курсы үтә. Айына ҡуртымға алынған бүлмә йәиһә фатир өсөн генә 25 – 35 мең һум аҡса түләргә кәрәк. Бынан тыш, дарыуҙар ҙа ҙур сығым талап итә. Ҡатыны, ауырыу ирен ҡарау өсөн, түләүһеҙ отпуск алырға мәжбүр була. Инвалидлыҡ буйынса пенсия тулы дауалау курсы алырға мөмкинлек бирмәй.
Илдарҙың һәм уның ғаиләһенең яҙмышына битараф булмағандарҙы ярҙам ҡулы һуҙырға саҡырабыҙ. Изгелегегеҙ үҙегеҙгә сауап булып ҡайтыр, зинһар, ярҙам итегеҙ.
Аҡса күсереү өсөн реквизиттар:
Расчет иҫәбе:
408 178 103 065 720 090 53 (Рәсәй һаҡлыҡ банкы)
Рәсәй һаҡлыҡ банкының карта номеры:
4276 8060 2071 5032.
Бәйләнештәр өсөн телефон:
8-927-327-39-30
(апаһы Айгөл Татлыбаева).