20.11.2015 "Ихлас йөрәктән, һеҙҙең Вәхит…"
Вәхит Хызыровтың ижадын күптәр үҙ итә. Кемдәр генә уның моңло тауышын ишетеп һоҡланмай икән... Ошо көндәрҙә билдәле йырсының юбилейына арналған тамаша көтөлә.
Үҙенә башҡа бер музыкаль һәләткә эйә ул. Яғымлы йырсының асыҡ лирик тенорлы тауышы үҙенең асыҡлығы һәм ихласлығы менән тыңлаусыларҙы арбай.
Репертуар һайларға йырсыға тәбиғи булмышы һәм үҙенә ҡарата юғары талапсанлығы ярҙамға килә. Киң һәм күп жанрлы репертуарында рус, украин халыҡ йырҙары, башҡорт халыҡ йырҙарына интерпретациялар урын алған.
Айырым урынды М. Глинка, П. Чайковский, С. Рахманинов, Н. Римский-Корсаков, А. Даргомыжский, А. Варламов, А. Яковлев, П. Булахов, Н. Калистратов кеүек рус композиторҙарының романстары алып тора. Шулай уҡ үҙенең ижади багажына Вәхит Хызыров йыш ҡына З. Исмәғилев, Х. Әхмәтов, Н. Сабитов, С. Низаметдинов кеүек билдәле башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен дә индерә.
Уның матур тауышы Халыҡ ҡоралдары милли оркестры, Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры оркестры менән берлектә яңғырай.
Быларҙың барыһын да 30 ноябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Вәхит Хызыровтың юбилей кисәһендә ишетә алаһығыҙ. “Ихлас йөрәктән, һеҙҙең Вәхит…” исемле тамашала юбилярҙың ижадташ дуҫтары һәм уҡыусылары ҡатнаша.
Һеҙ ниндәй уҡытыусы, тигән һорауға: “Бик талапсанмын... Ҡайһы бер йомшаҡлығым үҙемә ҡамасаулап та ҡуя. Студенттар балаларым кеүек, уларға хатта үҙемдең улыма ҡарағанда ла күберәк ваҡыт бүләм. Уҡыусыларымдың ихтирамын һәм һөйөүен тойоп йәшәйем, шуның менән бәхетлемен”, – ти йырсы.
Кисәнең эксклюзив ҡушымтаһы булып артистың “Улым” тип исемләнгән китабының презентацияһы ла көтөлә.
Н. АҙНАБАЕВА.