18.11.2015 Йөнтәҫ бомба
15 ноябрҙа Тула өлкәһенең Заокский ҡасабаһында кешеләр урамда шикле ҡумта күреп ҡалған. Ваҡиға урынына килеп еткән хоҡуҡ һаҡлаусылар һәм саперҙар ҡумта эсендә дүрт бесәй балаһын табып алған. Йөнтәҫ бомба, нимә тип әйтәң инде.
Ә бөгөн Өфө ҡалаһының Р.Зорге урамында ла ошондай хәл булған. 233-сө балалар баҡсаһы бинаһына ингән ерҙә бер тәрбиәсе эсенән сымдар тырпайып торған ҙур уйынсыҡ айыуҙы күреп ҡалған. Бының турала шунда уҡ полицияға хәбәр иткәндәр. Хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға урынын ҡамап, тикшереү үткәргән. Бәхеткә күрә бер ниндәй ҙә шартлатҡыс табылмаған.