«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Айфон өсөн русса-башҡортса һүҙлек



17.11.2015 Айфон өсөн русса-башҡортса һүҙлек

Айфон өсөн русса-башҡортса һүҙлекҺуңғы йылдарҙа тотоп йөрөтмәле электрон әйберҙәр араһында "Эппл" фирмаһының техникаһы ғәйәп популяр булып китте. Рәсәй кешеһенә тамам - беҙҙә, урыҫса әйтмешләй "любят пустить пыль в глаза", ярлы булһалар ҙа телефон-фәләне ҡыйбат булһын. Шулай ҙа был фирманың уңышы - маркетинг нигеҙендә. Ҡыйбатлы әйберҙе оҫта итеп һата белергә кәрәк. Ә хәҙер йәштәрҙең һәр икенсеһенең ҡулында "айфон".

Тап ошо айфон, айпад, макбуктар өсөн башҡортса электрон һүҙлек барлыҡҡа килде. iOS өсөн "Башкирский словарь" ҡушымтаһы PublicDictionary проекты ярҙамында барлыҡҡа килде. Әйткәндәй был проекттың авторы Заур Агамов быға тиклем лезгин һәм ҡумыҡ телдәре һүҙлеген төҙөгән. Ә беҙҙең һүҙлек өсөн ҡушымтаны Мәскәү башҡорттары диаспораһы үтенесе буйынса ҡулайлаштырған. Ҡушымта Зиннур Ураҡсиндың "Русса-башҡортса һүҙлеге" һәм Һыуһылыу һүҙлеге нигеҙен ҡуллана. Әле һүҙлекте AppStore ҡушымталар магазинында тикшерәләр, тиҙҙән уны күсереп алыуға мөмкин буласаҡ. Ул шулай уҡ "Андроид"лы смартфон-планшеттарға ла барасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға