«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бына һиңә айыу!



12.11.2015 Бына һиңә айыу!

Бына һиңә айыу!Кисә төнгө 3 тирәһендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында ике егет Тыныслыҡ урамы буйлап сабып барған айыу балаһын видеоға төшөрөп алған.

Аҙаҡтан тайыштабанды Сакко һәм Ванцетти урамында күргәндәр. Ваҡиға урынына йүнәлгән хоҡуҡ һаҡлаусылар айыуҙы Элеватор урамынан табып алған. Ул гараж ҡапҡаһына һөйәлеп ятҡан булған. Полицейскиҙар януарҙың өҫтөн япма менән ҡаплап, машинаға тейәгән.

Әле айыу балаһы кинология хеҙмәтенең вольерына урынлаштырылған. Уға бер йәш тә тулмаған тиҙәр.

Сит ил кешеләре уйлауынса Рәсәй урамдарында айыуҙар йөрөй тигәне Стәрлетамаҡта иҫбатланды. Илебеҙ тураһындағы башҡа уйҙырмаларҙы - кешеләр көн дә араҡы эсә, гармун һәм балалайкала уйнай, өйҙәр атом реакторы менән йылытыла, КГБ тәртипте тикшереүен һынайһы ғына ҡалды.

https://vk.com/yeshlek_gazite?z=video-52766380_172256942%2Fdee45eab1e0ac9afb4







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға