«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һауа торошо һыуыта



11.11.2015 Һауа торошо һыуыта

Һауа торошо тураһында: ҡыш үҙ көсөнә инәсәк.
Үткән аҙнала республикала түбән һауа баҫымы торҙо. Һыуыҡ булды, ҡар һәм ҡарлы ямғыр яуҙы, юлдарға боҙлауыҡ ятты. Ҡар ҡатламы - сантиметрға барып етте.

Был аҙнала иһә циклон үткәс бер аҙ тынысыраҡ булмаҡсы. Бер аҙ ҡар яуасаҡ, көнсығыш райондарҙа буран сығыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә -10,-12, көндөҙ иһә -2,-7 градус торасаҡ.

Ялдарға ҡарай Себер антициклоны көсәйәсәк. Һөҙөмтәлә ныҡ ҡына һыуытасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға