10.11.2015 Ҡырағай капитализм осоронда йәшәйбеҙ...
Мысыр илендә һәләкәткә осраған Рәсәй самолетының "төп пассажиры" - Дарина Громова (#даринагромова #главныйпассажир) төшкән фотоһүрәт ғәйәт ҙур популярлыҡҡа эйә булды. Әле уға миллион ярымға яҡын ҡулланыусы лайҡылдаған, йөҙ мең ярымдан ашыуы дуҫтарына һөйләгән.
Тик... Урыҫса әйтмешләй, "Кому война - кому мать родна". Ошо сабыйҙы үҙ файҙаһына ҡулланыусылар барлыҡҡа килгән икән. Фотоһүрәтте баш кейеменә төшөрөп һатыусылар барлыҡҡа килгән.
Самолетта һәләк булған пассажирҙарҙың туғандарына 15 процентлыҡ ташлама бирелә имеш.
Оятһыҙлыҡтың сигенә етеү шул була...