09.10.2015 Рәхмәт хаты
Бер йыл элек миңә түш яман шеше диагнозы ҡуйылды. Был ҡурҡыныс сиргә дусар булыуым үҙем һәм яҡындарым өсөн ҙур тетрәнеү ине. Аяуһыҙ ауырыуға ҡаршы дауаланыуға тотонғандан һуң ғаиләбеҙҙе тағы бер бәлә һағалаған икән – өлкән ағайымдың тура эсәгендә бауырына метастаз биргән яман шеш булыуы асыҡланды (4-се стадия ине). Бынан да ҡурҡынысыраҡ һынау юҡтыр тормошта, дауаланыуға күп сығым талап ителде. Ағайым менән икебеҙгә матди ярҙам һорап яҙған хатыбыҙҙы «Урал» мәрхәмәтлек фонды яуапһыҙ ҡалдырманы, беҙгә аҡсалата ярҙам итте. Ауыр мәлебеҙҙә беҙҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмағандары, йәшәүгә өмөт биргәндәре өсөн рәхмәт. Беҙ тормош матурлығына ҡыуанып, яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ менән йәшәйбеҙ.
Әлфиә СТАРКОВА.
Өфө ҡалаһы.