«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хеҙмәттәшебеҙгә – юғары исем!



24.07.2015 Хеҙмәттәшебеҙгә – юғары исем!

Хеҙмәттәшебеҙгә –  юғары исем!Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов бер төркөм хеҙмәт алдынғыһына Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сәнәғәт, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, дәүләт, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, киң мәғлүмәт һәм полиграфия, фән һәм мәғариф эшмәкәрҙәре араһынан 44 кеше һөнәри ҡаҙаныштары өсөн юғары исемдәр, Маҡтау ҡағыҙҙары, ордендар менән бүләкләнде.
– Һеҙ бөгөн лайыҡлы рәүештә үҙегеҙҙең фиҙакәр хеҙмәтегеҙ өсөн баһа алаһығыҙ. Ошо наградалар һеҙҙең әүҙем эшләгән, коллективты туплай белгән кешеләр булыуығыҙ хаҡында һөйләй, – тине үҙ сығышында Рөстәм Хәмитов. – Әлбиттә, уңыштарығыҙға ҡарамаҫтан, башҡараһы эштәребеҙ байтаҡ. Республикабыҙ әүҙем үҫешергә тейешле йүнәлештәр бик күп. Ауыл хужалығында, сәнәғәт етештереүендә, ғилми тикшеренеүҙәрҙә һәм башҡа өлкәләрҙә иң яҡшы хеҙмәт емештәрен күрһәтергә бурыслыбыҙ. Һис шикһеҙ, был беҙҙең көсөбөҙҙән килә.
Бүләкләнеүселәр араһында гәзитебеҙ хәбәрсеһе, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты Баныу Ҡаһарманованың да булыуы беҙҙең өсөн икеләтә ҡыуаныс. Уға “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” исеме бирелде. Хеҙмәттәше­беҙгә киләсәктә лә ижади үрҙәр, ҡәләм үткерлеге, һаулыҡ, күңел күтәренкелеге, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА:
– Юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөгәндә Ниязбай Сәлимов «Йәшлек»тең штаттан тыш хәбәрсеһе» тигән танытманы тапшырғас, ерҙән атлап түгел, осоп йөрөгәйнем. Шунан алып күңелем «Йәшлек»кә тартылып тик торҙо. Шөкөр, бәхетем бар: урау юлдар менән булһа ла, яҙмыш мине ошо баҫмаға килтерҙе. Юҡҡа ынтылмағанмын икән «Йәшлек»кә: эшкә инеү менән ҡанаттарым яҙылып, алдымда офоҡтарым киңәйеп киткән һымаҡ тойолдо, үҙ һөнәремә ҡабаттан ғашиҡ булдым. Журналистикала тәүҙән үк уңышлы эшләһәм дә, тап «Йәшлек»тә иң әһәмиәтле үрҙәрҙе яуланым. Уларҙы үҙемдең шәхси уңышым ғына итеп түгел, ә тотош коллективыбыҙҙың, гәзит уҡыусыларыбыҙҙың еңеүе итеп ҡабул иттем.
Г. ҠЫУАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға