«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт » Башҡорт ырыуҙары етәү генә түгел



12.06.2015 Башҡорт ырыуҙары етәү генә түгел

Башҡорт ырыуҙары етәү генә түгелЙылдан ашыу билдәле тележурналист, Башҡортостан телевидениеһында «Тарихи мөхит» тапшырыуын алып барыусы, тарихсы Салауат Хәмиҙуллин бер төркөм тарихсы менән башҡорт ырыуҙары тарихы тураһында монографиялар сығарыуын дауам итә.
Әлеге көндә уның Танып, Ҡаңлы, Ба­лыҡсы, Йәнәй, Гирәй, Уран, Ҡобау ырыуҙары тарихы яҙыл­ған туғыҙ китабы донъя күрҙе. Автор әйтеүенсә, башҡорт ырыуҙары тураһында фәнни монографиялар серияһын сығарыу теләге күптән булған. Проекттың маҡсаты – башҡорттарҙың ете генә түгел, ә 40-лап ырыуы булыуын иҫбат итеү. Һәр ырыу фәнни яҡтан айырым өйрәнелергә тейеш. Башҡорт милләте ырыу-ҡәбилә структураһы һаҡлан­ыуы менән башҡаларҙан айырылып тора. Проект етәксеһе әйтеүенсә, ул тарихсы ғалим, Башҡортостан ауылдары тарихын өйрәнеүсе Әнүәр Әсфән­диәровтың эшен методологик нигеҙҙә дауам итергә уйлаған. Тарихсылар генетиктар менән дә тығыҙ рәүештә эшләгән. Улар, һәр ырыуҙы генетикаһына ҡарап айырырға була, тигән фекерҙе үткәрә. Туғыҙ томдан торған мо­нографиялар серияһына ырыу­ҙарҙың, улар­ҙың вәкилдәре йәшәгән ауылдарҙың тарихы, халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре, ауыҙ-тел ижады индерелгән.
Ырыуҙар тарихына арналған китап халҡының үткәненә битараф булмағандар­ҙың иғтибарынан ситтә ҡалмаҫ, моғайын. Шәжәрәңде белмәйенсә тороп, ассимиляция проблемаһын хәл итеп булмаясаҡ. Бәләкәй халыҡтарға юғалыу хәүефе янағанда, глобализация шарттарында баш­ҡорттар­ға тарихи асылын таныу мөһим.

З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға