«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Фермер булһаң, тауарыңды Өфө баҙарына килтер



15.04.2015 Фермер булһаң, тауарыңды Өфө баҙарына килтер

Өфөлә фермер баҙарҙары барлыҡҡа киләсәк. Әле күҙалланған унауҙан өсәүһе эшләй башлаған.
Бындай йәрминкәләр барлыҡҡа килеүе төп туҡланыу ризыҡтарына хаҡтарҙың артыуын туҡтатырға ярҙам итәсәк.
Ҡала хакимиәтенең сауҙа һәм хеҙмәттәрҙе координациялау бү­ле­ге начальнигы Ольга Завья­лова быға ышана һәм фермер баҙарҙары ял көндәрендә генә түгел, аҙна буйына эшләйәсәген белдерә.
Баҙарҙың һәр береһендә 20-нән 50-гә тиклем урын бирелә. Әле «Өфө – Затон» трассаһы, Эшсе хәбәрселәр урамы һәм Дим районында асылған, ҡалғандары май байрамдары алдынан эш башлаясаҡ. Фермерҙар баҙары яңы форматта буласаҡ. Санитар нормаларға ярашлы итеп йыһазландырыласаҡ. Әлбиттә, ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр өсөн уңайлы сауҙа урыны бушлай түгел, әммә “ат хаҡы”на ла етмәй – урынды ҡуртымға алыу хаҡы көнөнә 300 һумдан ашмаясаҡ.

А. АҠБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға