«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Полиолимпиадаға рәхим итегеҙ



20.03.2015 Полиолимпиадаға рәхим итегеҙ

Полиолимпиадаға  рәхим итегеҙРәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты 27 – 30 мартта 6-сы, 7-се класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле, математика, рус теле фәндәре буйынса полиолимпиада үткәрә.
Полиолимпиадала ҡатнашырға те­ләүсе уҡыусыларға үҙҙәре менән 1-се кластан алып бөтә уҡыу йылдарына өлгәшеү табеленең күсермәһен, тыуыу тураһында таныҡлыҡ (төп нөсхәһе һәм күсермәһе), бер шаҡмаҡлы, ике буй дәфтәр, ручка алып килеү мотлаҡ.
Олимпиадаға килгән уҡыу­сылар өсөн дөйөм ятаҡта йәшәү, гимназия ашханаһында туҡланыу, театрға һәм музейға йөрөү ойошторола. Бер балаға тәүлегенә 700 һум аҡса түләргә кәрәк.
Ҡабул итеү – 27 март көнө. 28 мартта иртәнге сәғәт 9-ҙа дәрестәр башлана.
Олимпиадала иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыу­сылар киләһе уҡыу йылына гимназия-интернаттың 7-се, 8-се класына уҡырға саҡырыласаҡ.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Рәсәй урамы, 88.
Беҙҙең электрон адрес: brgi1@mail.ru
Иҫкәрмә: Өфө ҡалаһынан уҡыусылар ҡабул ителмәй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға