30.11.2010 «Йәшлек»кә – 20 йәш!
Йәштәр гәзите үҙенең дуҫтарын 9 декабрҙә Өфөнөң Конгресс- холында үтәсәк йырлы-моңло кисәһенә саҡыра
Башҡортостан йәштәре гәзите үҙенең «ғүмере»ндә иң матур миҙгелен – 20 йәшен билдәләй. «Ленинсы» гәзитенең алмашсыһы, «Йәшлек» исеме аҫтында бына егерме йыл инде уҡыусылары менән бергәләп донъя, республика йылъяҙмаһын тулыландырыуҙа арымай-талмай эшләй баҫмабыҙ. Юҡҡа ғына «Йәшлек» – хәтәр шәп гәзит!» тимәйҙәр бит.
Уның тамашаһы ла шәп уҙмаҡсы. Гәзитебеҙҙең әҙәбиәт бүлеге мөдире Мөнир ҡунафиндың үҙенсәлекле сценарийы буйынса талантлы йәш режиссер Рөстәм Хәкимов сәхнәләштергән концертта Башҡортостандың иң сағыу сәхнә «йондоҙ»ҙары – Роберт Юлдашев, Фәрүәз Урманшин, Хәсән Усманов, Гөлсөм Бикбулатова, Дияна Ишниязова, Рөстәм Ғиззәтуллин, Нәғим Нурғәлин, Эльмира Саматова, Гүзәл Әйүпова, Алмас Ғафаров, Илнур Юламанов, Юнир Һағынбаев, Янбулат Мөхәмәтдинов, Иҙел Нурғәлин, шулай уҡ «Гәлсәр һандуғас» телефестивале асҡан йәш йырсылар Гүзәл Аҫылбаева, Зилиә Бәхтиева, Айрат Зиннәтов, Раян Абдуллин, Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатының «Аҡйондоҙ» бейеү ансамбле һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ. Гәзитебеҙ редакцияһында эшләп китеүсе журналистар, район-ҡалаларҙан авторҙарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, тоғро уҡыусыларыбыҙ ҙа беҙҙең менән байрам ҡыуанысын уртаҡлашырға киләсәк.
Тамашасылар фойела ҡыҙыҡлы викторинала ҡатнаша, шунда уҡ республиканың матбуғат баҫмаларына яҙыла ала.
Юбилей кисәһе 9 декабрҙә, киске сәғәт етелә Конгресс-холда башлана.
Һеҙҙе кисәбеҙҙә көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар!