13.02.2015 Филармония егеттәре ғашиҡтар көнөндә мөхәббәтен белдерә һәм “Амур-лямур” тип аталған концертҡа саҡыра
Европа илдәренән килеп ингән Ғашиҡтар көнөн байрам итеү илебеҙҙә лә, республикабыҙҙа ла йолаға әйләнде. Уны ғашиҡ йәрҙәр көтөп ала. Был байрамда һөйгәнеңә мөхәббәтеңде белдереү, бүләктәр бирешеү “ҡаралған”.
Мөхәббәттән янған ғашиҡ йәрҙәр бер нисә йыл рәттән филармонияла Ғашиҡтар көнөн ҡаршылай. Быйыл мәҙәни усаҡтың йәш, һәләтле егеттәре мәңгелек хистәр даръяһы тураһында, мөхәббәткә дан йырлаясаҡ, тамашасыға мөхәббәтен белдерәсәк. Донъя композиторҙары ижад иткән музыкаль шедеврҙар Руслан Сәйфетдинов, Марсель Ҡотоев, Рөстәм Шаһыбалов, Эльмир Әбүбәкиров, Тимур Рамазанов, Заһир Иҫәнсурин, Искәндәр Ғәзизов, Айгиз Ханов башҡарыуында яңғыраясаҡ. Ильяс Ҡарабулатов һәм Артур Алсынов дәртле, ялҡынлы бейеүҙәре менән тамашасыны ҡыуандырасаҡ.
Концерт алдынан ғашиҡ йәрҙәр, “Король һәм королева” тип аталған конкурста ҡатнашып, ҡиммәтле бүләктәр ота ала. Тик мөхәббәткә бағышланған йырҙар, күңелдәрҙе елкендергес йыр-моң менән һуғарылған байрам концертына рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Н. АҘНАБАЕВА.