«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Лимонарийҙа никахлашып та була



26.01.2015 Лимонарийҙа никахлашып та була

Лимонарийҙа никахлашып та була Февраль айынан баш ҡаланың йәш парҙары хәҙер үҙҙәренең никахтарын экзотик үҫемлектәр араһында теркәй аласаҡ. Өфө лимонарийында сәскә атҡан бугенвиллия үҫемлеге янында туҡыманан махсус арка ҡоролған. Уның янында кейәү һәм кәләш өсөн балдаҡ формаһында эскәмйә урынлаштырылған. Арка һәм эскәмйә янында көршәк эсендә үҫкән цитрон, папайя һәм йәш парҙарға бәхет килтерә торған ябай мирт үҫемлектәре урын алған.

Тантана тамамланғас, никахлашыусыларға һәм уларҙың туғандарына 500-ҙән ашыу экзотик үҫемлек тупланған лимонарий буйлап экскурсия ойоштороласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға