«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иҡтисад » Ергә ысын хужалар кәрәк



24.01.2015 Ергә ысын хужалар кәрәк

Муниципаль ерҙәр бынан һуң баҙар хаҡынан арзаныраҡҡа һатыла башлаясаҡ.
Быйыл Рәсәйҙә ысын мәғәнәһендә ер реформаһы башланасаҡ, тип әйтергә була. Хәҙер муниципаль ергә ҡараған участкаларҙы баҙарҙағы хаҡынан күпкә арзаныраҡҡа һатып алып буласаҡ. Быға тиклем үҙҙәре теләгән урында ер участкаларын кәртәләп алып ҡулланыу, икенсе төрлө итеп әйткәндә, ерҙе баҫып инеү осраҡтары йыш күҙәтелә ине. Хәҙер бындай ваҡиғаларға ныҡлы сик ҡуйыласаҡ. Законлы рәүештә теркәлмәгән ергә үҙҙәренсә “хужа” булып алған кешеләргә хәүефләнергә урын бар – уларға ҡаты тикшереү ойоштороласаҡ, тип вәғәҙә итәләр. Хәҙер буш ятҡан күп кенә федераль ер муниципаль милеккә тапшырыла, был инде халыҡ ҡуллана алған ерҙең сиктәрен күпкә киңәйтә.
Быға тиклем хәл йыш ҡына ошондайыраҡ сценарий буйынса бара ине: кеше урындағы үҙидаралыҡ органына килә лә, ер участкаһы һорай. Һүҙ уны һатып алыу тураһында бара. Төрлө сәбәптәр табып, уға ер биреүҙән баш тарталар. Шунан кеше судҡа мөрәжәғәт итә, ер бирмәү өсөн күрһәтелгән сәбәптең дөрөҫ түгел икәнлеген иҫбат итә. Суд ҡарары уның менән риза булғанлығын күрһәтә. Ләкин эш бының менән генә тамамланмай әле, көтмәгәндә суд ерҙе һатмаҫ өсөн башҡа сәбәптәр ҙә килтереп сығара. Һөҙөмтәлә ерҙе һатып алырға теләүсе граждан теләнсе кеүек тегендә-бында йүгергеләргә, үҙенең хоҡуғын яҡларға тырышырға мәжбүр.
Хәҙер быға юл ҡуйылмаясаҡ, ерҙе һатыуҙан баш тартыу өсөн сәбәптәрҙең аныҡ теҙмәһе буласаҡ. Халыҡ, һатыуға (торг) сығарылған ерҙе һатып алыу ғына түгел, ҡайҙалыр буш торған ерҙәр барлығын күрә икән: “Ошо ерҙе һатып алырға теләйем”, – тигән тәҡдим менән урындағы үҙидаралыҡ органына ла бара ала. Дәүләт йәки муниципалитетҡа ҡараған, ләкин буш ятҡан ерҙе алып, үҙеңдекенә ҡушырға ла мөмкин буласаҡ. Был инде ер участкаларын арзан ғына хаҡҡа алырға ла мөмкинлек бирә. “Ә дәүләткә ни файҙа?” – тип уйларға кәрәкмәй – ҡулланылған ерҙәр әйләнештә буласаҡ. Был инде ерҙең буш ятыуынан күпкә яҡшыраҡ. Ҡыҫҡаһы, муниципалитеттар дәүләт ерен һатыуҙан үҙ белдектәре менән баш тарта алмаясаҡ. Законды биш йыл буйы әҙерләнеләр, фекер алыштылар. Ғөмүмән, ул баҙар иҡтисады шарттарында ерҙе бик күп йылдар ҡулланыуҙан һуң эшләнгән һығымталар һөҙөмтәһендә әҙерләнгән.
Ниһайәт, ергә законһыҙ рәүештә хужа булып алыусыларҙың башбаштаҡлыҡтарына сик ҡуйыласаҡ. Ер надзоры хеҙмәткәрҙәре тотош ауылдарҙы һәм башҡа тораҡ пункттарҙы тотошлайы менән тикшереп сығасаҡ. Тикшереү өсөн кемдеңдер ялыу яҙыуын көтөргә лә кәрәкмәй.
Элек ерҙе законһыҙ рәүештә ҡулланыусыларға ҡаршы көрәш бик ауыр һәм сетерекле бара ине. Барып тикшерергә, бик күп факт йыйырға, енәйәт икәнлеген күрһәтергә һ.б. Ерҙең “хужаһы” юридик шәхес булған осраҡта, эш тағы ла ҡатмарлыраҡ: ер участкаһын тикшереү өсөн кәмендә бер йыл буйы әҙерләнергә тура килде. Хәҙер ер инспекторы был эште күпкә тиҙерәк атҡарып сығасаҡ. Сөнки тейешле документтар һәм ҡағиҙәләрҙең теҙмәһе аныҡ билдәләнгән. Ерҙе законһыҙ рәүештә баҫып алыусылар штраф түләйәсәк. Етмәһә, штраф участканың кадастр хаҡы буйынса билдәләнәсәк, ҡиммәтле ерҙе “эләктергәнһең” икән, күберәк аҡса сығарасаҡһың.
“Штраф түләйем дә, ерҙе артабан рәхәтләнеп ҡулланам”, – тиеүселәр табылыр. Юҡ шул! Штрафын да түләйәсәкһегеҙ, ерҙе лә бушатасаҡһығыҙ. Бушатырға теләмәүселәр өҫтәмә сығымдар өсөн тағы ла бер тапҡыр штраф түләйәсәк.
Ҡайһы саҡта шундай проблема килеп сыға – кеше бер участканы законлы рәүештә үҙенеке тип йөрөй, ләкин ерҙең дөрөҫ теркәлмәүе асыҡлана. Бындай осраҡтарҙа закон граждандарҙы яҡларға тырышасаҡ, ер участкаларын аҙағына тиклем дөрөҫ теркәргә форсат биреләсәк.


Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға