«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 8 февралдә «Ҡар бөртөгө – 2015» ғаилә турслеты уҙасаҡ



14.01.2015 8 февралдә «Ҡар бөртөгө – 2015» ғаилә турслеты уҙасаҡ

8 февралдә «Ҡар бөртөгө – 2015» ғаилә турслеты уҙасаҡ Был сара ғәҙәттәгесә Куйбышев тимер юлының “1753 саҡрым” туҡталыш пункты янында элекке Голодный хуторы аҡланында үткәрелә. Яҡында Силәбе өлкәһенең Минйәр ҡалаһы урынлашҡан.
Турслет урынына махсус электр поезы барасаҡ. Ул иртәнсәк Өфө вокзалынан ҡуҙғаласаҡ. Шәхси машина менән дә барырға мөмкин.

Спорт һәм әүҙем ял байрамында махсус тамғалар менән билдәләнгән юлдарҙа саңғыла уҙышырға, ҡар тауҙарынан тюбингтарҙа, саналарҙа шыуырға, ҡышҡы урманды ҡарап йөрөргә мөмкин буласаҡ. Программала конкурстар, спорт уйындары үткәреү, гитараға ҡушылып йырҙар башҡарыу ҙа ҡаралған. Эҫе сәй һатҡан палаткалар ҡороласаҡ. Байрамда араҡы эсеү, тәмәке тартыу тыйыласаҡ.
Былтырғы турслетта 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Турслеттың “Бәйләнештә” селтәрендә махсус төркөмө лә бар. Адресы - https://vk.com/snezhinka2015







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға