05.12.2014 Дуҫтарға тағы бер көтөлмәгән бүләк
Йәмәғәт, “Йәшлек”тең дуҫтарына таратасаҡ бүләктәр тоғо төпһөҙ булып сыҡты, ахыры. Тәүҙә унан РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов һалған микротулҡынлы мейес, планшет, электр бысҡыһы, ит турағыс, хужалыҡта кәрәкле эш ҡоралдары йыйылмаһы кеүек бүләктәр менән бергә йоҡа ҡағыҙға яҙылған өмә (онотмағанһығыҙҙыр, редакция хеҙмәткәрҙәре еңеүселәрҙең береһен һайлап, йортона барып ярҙам итә) һүҙе сыҡҡайны, тора-бара ярайһы ҡалын ғына “Төркиәгә юллама” ятҡанын белдек. Тоҡтоң һаман тос ҡына икәнен арабыҙҙан берәү күтәреп ҡарап белгәс, эсен асһа-аҡ, бер батман бал менән баллы косметика ята! “Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге” дәүләт учреждениеһы (генераль директоры Әмир Ишемғолов) тултырып киткән икән. Бына рәхмәт!
Һәм тағы ла бер көтөлмәгән бүләк – “Рәсәй почтаһы”нан. Бөгөндән алып 15 декабргәсә матбуғат баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин. Моғайын, арағыҙҙа финанс яғы хөртөрәк булып, һаман “Йәшлек”кә яҙылмай ҡалғандар барҙыр. Ошо ун көнлөк тап һеҙҙең өсөн дә инде. Мөмкинлек булғанда, яҙылығыҙ, беҙҙең уйында ҡатнашып, бүләктәр отоғоҙ.
Йәнә шуны әйтке килә: йәштәр, балалар туған телен белмәй, тип әрләргә яратабыҙ. Уға кем ғәйепле һуң? Өйөбөҙҙә ул-ҡыҙҙар, ейәндәр менән үҙ телебеҙҙә һөйләшмәһәк, китаптар, баҫмалар булмаһа, кире һөҙөмтәне көт тә тор инде. Шулай булғас, уйлайыҡ, дуҫтар.