«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бушлай сыр тик ҡапҡанда була



17.11.2014 Бушлай сыр тик ҡапҡанда була

Бушлай сыр тик ҡапҡанда була Нефтекамала йәшәүселәр «Твоя ипотека» финанс ойошмаһынан зыян күрһән.

Хәҙерге йәмғиәттә анһат аҡсаға ымһынып, ҙур бурысҡа батыусылар байтаҡ. “Древпром” ойошмаһы тураһында барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Яңыраҡ ошоға оҡшаш схема менән мутлашҡан тағы ла бер компания асыҡланды. Алты граждан «Твоя ипотека» тигән ойошмаға ҡарата сара күреүҙе ғариза яҙған, әле тикшереү бара. Улар йыл башында 55 меңдән 400 мең һумға тиклемге суммалағы аҡсаһын займ шарты менән ай һайын 10 процент табыш бирергә вәғәҙә итеүсе ойошмаға биргән. Артҡан аҡсаны алырға тип барһалар – фирманың офисы бикле булған.

Беренсе ғаризанан һуң Нефтекаманың полиция хеҙмәткәрҙәре физик шәхестәр менән төҙөлгән килешеүҙәрҙе тартып алған. Алдан билдәле булыуынса, фирманың төп офисы Өфөлә урынлашҡан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға