10.10.2014 Ҡотлайбыҙ!
Ейәнсура районының Саҙалы ауылында тыуып үҫеп, Өфө ҡалаһында йәшәүсе һөйөклө тормош иптәшем, атайыбыҙ, ағайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡоҙабыҙ
Азамат Рәмил улы
ЮЛДАШБАЕВ
бөгөн алтын юбилейын билдәләй.
ЮЛДАШБАЕВ
бөгөн алтын юбилейын билдәләй.
Өлгөлө ғаилә башлығы, иғтибарлы һәм хәстәрлекле атай, эшендә яуаплы һәм намыҫлы баш мөхәррир, әсәһе, туғандары өсөн ныҡлы таяныс һәм терәк ул беҙҙең ҡәҙерлебеҙ. Күркәм байрамы менән ҡотлап, уға йөрәк түренән урғылған иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Яҡындарыңдың һөйөүен, ихтирамын тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һәр ваҡыт әлегеләй көслө рухлы, кешелекле, ярҙамсыл һәм оло йөрәкле булып ҡал. Һин яныбыҙҙа булғанда беҙ тыныс, яҡлаулы, ҡурсаулы. Һиңә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ижади үрҙәр, бәрәкәтле һәм мул тормош теләйбеҙ.
50 йәш – ул ир-уҙаман өсөн
Иң матур мәл, йәшәр саҡтарың.
Ҡеүәтләнеп алға ынтылған мәл,
Тура юлдан барған саптарың.
Әсәй фатихаһы, сәләмәтлек
Һинең менән булһын гел бергә.
Именлектә, ғаилә бәхетендә
Оҙаҡ йәшә, йәшнә был ерҙә.
50 йәш ул ир-уҙаман өсөн
Имәндәрҙәй ныҡлы мәлдәре.
Олатайҙар булып ейәндәргә
Татыу яҙһын йәшәү йәмдәрен.
Иң изге теләктәр менән – кәләше Гөлнар, ҡыҙы Зөлфиә, кейәүе Фидан, улы Илгизәр, ҡоҙаһы Сәлих, ҡоҙағыйы Ғәйшә һәм бөтә туғандары.