18.09.2014 Башҡортостанды сүп-сарҙан таҙартырға әҙерһеңме?
21 сентябрҙә “Эшләйек! - 2014» Бөтә Рәсәй акцияһы үтәсәк. Был көндө илебеҙҙең бөтә төбәктәрендә лә сүп-сар йыйыу буйынса акция ойоштороласаҡ.
Былтыр был проектта Рәсәйҙең 60 төбәгенән 85 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан. Өфөлә һәм Башҡортостанда акцияға ҡушылырға теләүселәр https://vk.com/sdelaem_rb төркөмөндә һуңғы яңылыҡтарҙы ҡарай ала.