18.09.2014 Мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ!
Республикала, боҙом-сихырҙан арынам, ауырыуҙан дауаланам, тип ҙур суммалағы аҡсаһын мутлашыусыларға биреү осраҡтары көн дә теркәлеп тора. Яңыраҡ Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе 50 йәштәге ҡатын банктан 300 мең һум кредит алып, ялған имсегә тапшырған.
Зыян күреүсе гәзиттәге иғлан буйынса шылтыратҡан. Имсе уға: “һеҙҙә боҙом бар, уны тик эре ҡағыҙ аҡса менән генә бөтөрөп була”, - тигән. Бынан тыш, купюралар күп булырға тейеш, тигән. Дауалаусы боҙомдо бөтөрөү өсөн клиентынан 30 мең һум аҡса алған. Ул шулай уҡ бер сеанс өсөн 330 мең һум кәрәк, тигән.
Бындай аҡсаһы булмаған ҡатын банктан кредит алған. Имсе пациентының тәненә 1, 5 мең һумлыҡ ҡағыҙ аҡсаны бәйләгән һәм кискеһен генә сисергә ҡушҡан. Тейешле ваҡытта бинттарҙы ысҡындырған ҡатын аҡса урынына ҡырҡылған ҡағыҙ тапҡан.
Полиция хеҙмәткәре мутлашыусыны уның фатирында таба алмаған. Аферист ҡатын ҡаланан ҡасҡан, тигән фараз бар.