01.09.2014 Йәш “эшҡыуар”ҙың мажаралары
Стәрлетамаҡ ҡалаһында 16 йәшлек үҫмергә ҡарата “Урлашыу” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған. Ул быға тиклем дә автомобилдәрҙәге әйберҙәрҙе урлау һымаҡ енәйәттәрҙә лә ғәйепләнгән булған. Һуңғы осраҡта иһә үҫмер үҙен эшҡыуар ролендә күргән.
Кис көнө ул аҙыҡ-түлек магазинына ингән һәм ундағы емеш-еләк ларегы ишеген емереп асҡан. Артабан ул кассаны асып, унан 600 һум аҡса алған. Шунан һуң үҫмер магазиндағы һатыусыларҙың күҙе алдында йәшник менән персик һәм ҡауын алып сыҡҡан. Был емештәрҙе ул күршеләге магазинға алып барып һатҡан. Бер аҙҙан уны полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулған алған.