28.05.2014 Әрмегә оҙатҡанда тыйнаҡ булығыҙ
Ҡалаларҙа, район үҙәктәрендәге хәрби комиссариат бүлектәре янында йәшәүселәргә яҙлы-көҙлө тәртип хаҡында хыялланырға ғына ҡала. Әрмегә оҙатырға килеүселәр, уларҙың йырлашыуҙары, тәртип боҙоуҙары урындағы халыҡта бер ҙә хуплау тапмай.
Яңыраҡ Нефтекама ҡалаһының хәрби комиссариаты янында иртәнге сәғәт 5-тәр тирәһендә егеттәр үҙҙәренең иптәштәре бинаға инеп киткәнсе рупор аша ҡысҡырып, йырлашып күңел асҡан. Егеттәр хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың иҫкәртеүенә ҡолаҡ та һалмаған, өҫтәүенә, уларҙы һүгенеп әрләгән.
Дежур бүлеккә йәмәғәт тәртибен боҙоуҙа ғәйепләнгән 20 һәм 19 йәшлек ағайлы-ҡустылы һәм улар менән бергә булған 20 йәшлек егет килтерелгән. Медицина тикшереүе был өсәүҙең ныҡ иҫерек булыуын асыҡлаған.
Егеттәр РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 20.1 статьяһының 1-се өлөшө (“Ваҡ хулиганлыҡ”) буйынса ғәйепләнгән. Уларҙың икәүһе - ваҡытлыса тотолоу изоляторында биш тәүлек, берәүһе ете тәүлек тотоласаҡ.