28.05.2014 Эскелек бәләгә килтерә
Ни өсөндөр Рәсәй кешеһе ял итеүҙе, тәбиғәткә сығыуҙы мотлаҡ рәүештә эскеһеҙ күҙ алдына килтермәй. Ошо арҡала төрлө күңелһеҙ хәлдәр килеп тыуа, фажиғәләр була.
26 майҙа Туймазы ҡалаһында йәшәгән егет үҙенең ҡыҙы менән Өҫән йылғаһына юлланған. Күңелле итеп ял иткәс, кискә ҡарай егет ҡыҙын магазинға һыра артынан ебәргән, ә үҙе “Ауди” автомобиле салонына инеп йоҡлаған.
Бер аҙҙан ҡыҙ кире әйләнеп килһә, егетенең һәм уның машинаһының урынында булмауын күрә. Ул артабан емерелгән ярға иғтибар итә. Автомобиль һыуға батҡан булған.
Фажиғә урынына килеп еткән ҡотҡарыусылар егеттең кәүҙәһен һыуҙан алып сыҡҡан. Ул иҫерек килеш йоҡлаған саҡта яр ишелгән һәм машинаһы һыуға әйләнеп барып төшкән. Эскә шунда уҡ асыҡ тәҙрәләрҙән һыу ингән һәм егет тонсоғоп үлгән.