24.11.2010 "Урал батыр" эпосын төрлө телдә
ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы комитеты Мәғариф министрлығы менән берлектә Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрендә һәм сит телдәрҙә башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр"ҙы һөйләүселәрҙең I республика конкурсын уҙғарҙы. Конкурста республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан 100-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Улар араһында мәктәп уҡыусылары ла, урта һәм юғары уҡыу йорто студенттары ла бар. Халҡыбыҙ тыуҙырған бөйөк әҫәр был көндә башҡорт, татар, рус, сыуаш, мари, удмурт телдерендё, шулай уҡ инглиз, немец, француз, поляк, төрөк, ғәрәб, фарсы телдәренде яңғыраны. Еңеүселәр өс номинация буйынса билдәләнде. Эпосты инглиз телендә башҡарыусылар араһында Балговар районы Языково мәктәбенән Алһыу Биглова менән Салауат педагогия колледжынан Гөлназ Булатова еңеүсе булды. Башҡа сит телдәрҙә башҡарыусылар араһынан Салауат педагогия колледжынан Айгөл Бәхтиәрова беренсе урынға лайыҡ булды. Башҡортостан халыҡтары телдәрендә сығыш яһаусыларҙан Октябрьский ҡалаһының музыка училищеһынан Әхәтов Илнурҙың сығышы иң юғары баһаға лайыҡ булды.