26.05.2014 Бурҙар юғары технологияларҙы ҡулланған
Автоһөйөүселәр үҙҙәренең “тимер ат”тарын урамда ҡалдырғанда ғәҙәттә уларҙы сигнализацияға ҡуя. Бының менән бурҙар файҙалана – улар махсус ҡорамал менән радио каналдарын тикшерә һәм брелок-сигнализация тапшырғысы араһындағы бәйләнеште хәтерҙә ҡалдыра. Артабан тейешлесә сигнал ебәрелә һәм автомобиль ишектәрен асырға, двигателен ҡабыҙырға мөмкин.
Стәрлетамаҡта бер нисә водитель ошондай бурҙарҙан зыян күргән. Улар автомобилдәрен бикләп, һаҡлауға ҡуйып китеп, кире килһәләр, салондағы ҡиммәтле әйберҙәр һәм аҡса юҡҡа сыҡҡан булған. Бер водитель ҡатын үҙенең ҡыҙын балалар баҡсаһына индергән мәлдә “тимер аты”н “таҙартып” өлгөргәндәр. Икенсе ҡыҙҙың да әйберҙәрен бер нисә минутта урлағандар.
Енәйәт схемаһы яҡшы уйланылған. Ҡараҡтар кеше булған урындарҙа, башлыса ҡатын-ҡыҙ водитель булған автомобилдәрҙе һайлаған. Бер нисә минутҡа ғына ситкә киткән хужалар ғәҙәттә брелок аша сигнализацияны ҡабыҙған. Шул мәлдә бурҙар сканер аша кодты билдәләгән һәм ишекте асып, ҡиммәтле әйберҙәрҙе алғандар. Ишектәр бикле булғас, машина хужалары фотоаппарат, ноутбук, телефондарының юҡлығына шунда уҡ иғтибар итмәгән.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар бурҙарҙы махсус операция барышында, сираттағы автомобилде талағандарында ҡулға алған. Улар Стәрлетамаҡта йәшәүсе, элек тә урлашыу буйынса хөкөм ителгән ир һәм уның туғаны булып сыҡҡан.