23.05.2014 Аферистар кеше ҡурҡытып аҡса талай
Банк һәм полиция хеҙмәткәрҙәре 87 йәшлек бабайҙы мутлашыусыларҙан аралап ҡалған.
18 май кисендә баш ҡалала йәшәүсе Александр Петровичтың фатирында телефон шылтырата һәм уның аша: “Кеше тапаттым, мине ҡотҡар!”- тип ҡысҡыралар.
Бабай ҡапыл ғына бер нәмә лә аңламай һәм тауышты үҙенең Андрей исемле ейәненеке тип уйлай. Артабан ҡурҡып ҡалған Александр Петрович менән икенсе кеше – үҙен полиция капитаны тип таныштырған ир һөйләшә башлай һәм, ейәнегеҙҙе ҡотҡарып алып ҡалырға аҡса кәрәк, тип әйтә.
“Һеҙҙең туғанығыҙҙың айырым суммаға енәйәт яуаплылығынан азат ителеүе ихтимал. Закон буйынса уға ете йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай. Трубканы һалмағыҙ!”, - тип бойора ул.
Быны ишеткән бабай бик ныҡ ҡурҡа һәм ейәнен ҡотҡарыу өсөн барыһын да эшләргә әҙер була.
Әйткәндәй, Александр Петровичтың хәләл ефете күптән мәрхүмә, ҡыҙы ла аварияла һәләк булған. Яңыраҡ ике туған ағаһы һәм ейәне лә үлеп ҡалғандар.
Телефон аша ейәненең кеше тапатыуын ишеткән бабай, улимен булһын тип барыһын да эшләргә әҙер булған.
Ир телефон аша бабайҙы артабан да ҡурҡытып, үҙенең исемен һәм званиеһын да әйткән һәм йөҙ мең һум аҡса талап иткән. Александр Петрович “янымда ни бары өс мең һум бар, ҡалғанын банктан алырға кәрәк” тигән.
«Полиция хеҙмәткәре” мин хәҙер үҙемдең ярҙамсымды ебәрәм һәм ул һеҙҙең менән банкка барасаҡ тигән. Бабай ризалашҡан.
Аферистар барыһын да уйлап, үҙҙәренең ҡорбаны иҫенә килеп туғандарына шылтырата күрмәһен, тип эшләгән. Шунда уҡ ишеккә туҡылдаталар һәм тышта курьер торған. Бабай уның менән банкка йүнәлгән.
Унда Александр Петрович, депозит иҫәбендәге аҡсаны алырға теләйем, тигән.
Бабайҙың янында торған ирҙең тирә-яҡҡа алан-йолан ҡараныуы һәм клиентты ашыҡтырыуы банк хеҙмәткәрҙәренең күҙенә салына. Улар тиҙ арала Киров районының полиция бүлегенә шылтырата.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар банкта эшләүселәр менән бындай мутлашыу осраҡтары буйынса даими рәүештә инструктаж үткәрә икән. Бабай һәм ир шикле тойолғас, улар полицияға хәбәр итә. Ведомстовнан тыш һаҡ хеҙмәте килеп еткәнсе, оперционист ҡыҙҙар ваҡытты һуҙа.
Полиция хеҙмәткәрҙәре килеп етеп, ирҙе ҡулға алған. Ул Төмән ҡалаһында йәшәгән 25 йәшлек кеше булған. Бындай мутлашыу менән ул элек тә шөғөлләнгән һәм Өфө ҡалаһында ла “һөнәр”ен яңыртырға уйлаған. Ләкин был ҡара эше барып сыҡмаған.
Аферист тоҙағына эләгеүен аңлаған бабай тиҙ арала туғандарына шылтыратҡан. Ҡыҙы, кейәүе һәм ейәне дачала булған һәм улар бер ниндәй кеше лә тапатмауҙары тураһында хәбәр иткән.