24.11.2010 Башҡортостанда сарматтар ҙа йәшәй
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында республикабыҙҙың ҡайһы бер төбәктәрендә сарматтар йәшәүе асыҡланған. Переписчик милләт тураһында мәғлүмәтте граждандың һүҙҙәренән сығып ҡына яҙа ала, тип Алдан күп тапҡырҙар әйткәйнек инде. Бына шул һөҙөмтәлә замананың яңы сарматтары барлыҡҡа килгән. Уларҙың теүәл һаны рәсми һөҙөмтәләр яһалғас билдәле буласаҡ.
Әйткәндәй, сарматтар – беҙҙең эраға тиклем өсөнсө, беҙҙең эраның дүртенсе быуаттарында Тобол һәм Дунай буйҙары далаларында йәшәүсе Иран телле ҡәбилә. 1988 йылда Өфө археологы Анатолий Пшеничнюк етәкселегендәге экспедиция Филиппов ҡурғанында «сармат алтындары»на юлыға. Әле был табыш Башҡортостан брендтарына әүерелеп, Өфө ғилми үҙәгенең археология һәм этнография музейында һаҡлана. Ғалимдар шуны ла фәнни яҡтан асыҡлаған – башҡорттарҙың Понтий тибы (ҡуңыр йөҙ, сусайып торған танау һәм ҙур күҙ) сарматтар менән бәйләнгән булыуҙы күрһәтә. Бик боронғо һәм эшсән, яусан халыҡ булған ул сарматтар. Шуға ла бөгөнгө замандаштарыбыҙҙың улар тоҡомо икәнен күрһәтергә теләүенә аптырарлыҡ түгел.